Хәйерле сәғәттә!10.06.2016
Хөрмәтле милләттәштәр!
Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр!
Күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты үҙенең матбуғат органын тергеҙеү мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайны. Республикабыҙҙың башҡорт телендә нәшер ителгән төп баҫмаһы — “Башҡортостан” гәзите редакцияһы — был идеяны күтәреп алды һәм йома һанында (гәзит эсендә гәзит форматында) айына бер тапҡыр нәшер итергә ризалығын белдерҙе. Рәхмәт уларға! Еңел булмаған бөгөнгө шарттарҙа артыҡ сығымдар талап итмәгән иң ҡулай юл табылды булһа кәрәк. Ҡушымтаның “Башҡортостан”ға ла абруй өҫтәйәсәгенә, уҡыусылар һанын арттырасағына өмөт-ышаныстарыбыҙ ҙур.


“Ҡоролтай тауышы”ның төп маҡсаты, әлбиттә, исемендә үк сағылыш тапҡан. Әммә уны һүҙмә-һүҙ аңларға ярамай. Төп иғтибар милләт алдында торған, кисектергеһеҙ хәл ителергә тейешле мәсьәләләргә йүнәлтелер. Бының өсөн бөгөнгө хәлебеҙҙе асыҡ ҡына күҙ алдына баҫтырыу кәрәк. Глобалләшеү шарттарында башҡорт ни хәлдә? Рәсәйҙә, ЮНЕСКО-ла, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында ҡабул ителгән закон сиктәрендә милли сәйәсәтебеҙҙе үткәрә алырлыҡ кимәлдәме беҙ? Иҡтисади булмышыбыҙҙы нисегерәк яҡшыртырға? Ер мәсьәләһе буйынса ниҙәр эшләнә? Демографик торошобоҙ ҡәнәғәтләнерлекме? Эшһеҙлектән ҡотолоу юлдары ҡайҙа? Тура мәғәнәһендәге экологик проблемалар менән рух экологияһы ниндәй бәйләнештә? Мәғариф, дин, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолалар, бай ҙа, ҡатмарлы ла тарихыбыҙ, әҙәбиәт-сәнғәт – һәммәһе-һәммәһе лә милләт үҫешенә ниндәйерәк йоғонто яһай? Тәү сиратта үҙебеҙҙең ҡулдан нимә килә, нимә эшләнә һәм нимә эшләргә тейешбеҙ?
Хәлебеҙҙе асыҡлау, маҡсаттарҙы аныҡлау, уларҙы бойомға ашырыу юлдарын эҙләү, эшләнгәнде анализлау, ыңғай тәжрибәне күрһәтә алыу берҙәмлек, ойошҡанлыҡ, тупланыу кәрәклеген иҫбатлай барыр.
“Ҡоролтай тауышы”н халыҡ трибунаһы итәйек, йәмәғәт! Йәғни ул мәғлүмәт сығанағы ла, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау урынына ла әйләнһен тиһәк, баҫма менән даими бәйләнештә булайыҡ, тынғылыҡ бирмәгән уйҙарыбыҙҙы уртаға һалайыҡ, ҡыуаныстарыбыҙҙы уртаҡла­шайыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, миллә­тебеҙҙең иртәгәһе хаҡына берләшәйек һәм алдыбыҙҙа торған проблемаларҙы хәл итеүҙә “Ҡоролтай тауышы”н әүҙем файҙаланайыҡ!

Фәнил КҮЗБӘКОВ,
“Ҡоролтай тауышы” ҡушымтаһының
баш мөхәррире.



Вернуться назад