Яуыз бөжәккә – яу менән08.06.2016
“Был яуызды еңеп буламы, юҡмы?” – Яҙ һайын, саҡ баш ҡалҡытҡан йәш бәрәңге үҫентеләрендә ытырғандырғыс колорадо ҡуңыҙҙарының ҡыбырлашыуын күреп, шулай тип уйларға мәжбүр булаһың. Ә бит былтыр йәй уларҙы нәҫел-нәсәбенә хәтлем ҡоротҡан һымаҡ инек... Ғалимдар уларға ҡаршы яңы препараттар уйлап табып тора, әммә ҡуңыҙҙың быға иҫе лә китмәй, үрсей генә. Яңыраҡ Өфө биологтары был йүнәлештә бик көслө дарыу – Bacillus subtilis (Сенна таяҡсаһы) бәшмәгенән яһалған препарат – уйлап тапты.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты тәҡдим иткән был препарат үҫемлектәрҙең туҡымаһына үтеп инә һәм артабан шунда йәшәй. Ғалимдар тәжрибә үткәргәндә Сенна таяҡса­һының колорадо ҡуңыҙҙарына тәьҫи­рен дә өйрәнде. Улар лаборатория шарттарында ҡуңыҙҙың ҡарышлауыҡ­тарына ошо бәшмәктән алынған мик­роорганизмдарҙы “ашатты”. Һөҙөмтәлә 21 көн үтеүгә оло ҡуңыҙҙар бирешә башлай, уларҙың йәшәү һәләте ҡырҡа кәмей, ә ҡарышлауыҡтар бер тәүлек үткәс тә сиргә һабыша һәм ҡайтанан терелә алмай.
“Bacillus subtilis” вирусы үҫемлек­тәргә зыян килтермәй, кешегә лә һис зарары юҡ. Был препаратты, ғалимдар раҫлауынса, колорадо ҡуңыҙына ғына түгел, башҡа күп төрлө баҡса ҡорот­ҡостарына ҡаршы көрәштә лә файҙа­ланып була.
– Колорадо яуызы менән күп йыл­лыҡ көрәштә еңеп сығырға ярҙам итәсәк сара табылды, тимәк? – был һорауҙы ошо институт хеҙмәткәре, биология фәндәре докторы Галина Беньковскаяға бирҙем.
– Юҡ шул, – тип көрһөндө Галина Васильевна. – Һәр яңы препаратҡа был ҡуңыҙ тиҙ яраҡлаша һәм артабан уны ҡулланыу көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. Кибеттәрҙә ялтырауыҡлы ҡаптарҙа һатылған төрлө исемле препараттар ҙа асылда бер үк тәьҫир көсөнә эйә, бер-береһенән айырылмай. Беҙҙең күп йыллыҡ тәжрибә күрһәте­үенсә, колорадо ҡуңыҙына ҡаршы дарыуҙы төрләндереп торорға, әленән-әле яңыларын эшләргә кәрәк.
– Ә донъяның алдынғы илдәрендә, мәҫәлән, Европала уға ҡаршы нисек көрәшәләр һуң?
– Уларҙа ла – шул уҡ проблема. Фәҡәт Англияны ғына айырым телгә алырға мөмкин – был дәүләт ерендә ҡуңыҙ тарала алмай. Берҙән, Англия менән Европа ҡитғаһы араһындағы Ла-Манш боғаҙы кәртә булып торһа, икенсенән, карантин яҡшы ойошто­ролған.
– Тимәк, 70-се йылдар уртаһында Украинанан, Балтик буйынан беҙҙең яҡтарға һалам менән килтерелгән был бөжәкте карантин булдырыу юлы менән туҡтатырға мөмкин инеме?
– Бындай ысул ғына ярҙам итә алмай барыбер. Уҙған дәүер эсендә ҡуңыҙ Башҡортостанға былай ҙа килеп еткән булыр ине, ул көнсы­ғышҡа табан күсә башлағайны. Һалам ташыу был эште бер аҙға тиҙләтте генә. Шуны ла әйтергә тейешмен: йәшелсә түтәлдә­рен бер туҡтауһыҙ ағыулау беҙҙең организмға ла кире тәьҫир итмәй ҡалмай. Иң хәүефһеҙ ысул – колорадо ҡуңыҙын һәм уның ҡарышлауыҡтарын ҡул менән йыйыу. Көн һайын. Былай итеп ҡоротҡос бөжәкте бөтөрөп булмай, әлбиттә, ләкин бәрәңгенең төп өлөшөн зыянһыҙ һаҡлап ҡалырға мөмкин.




Вернуться назад