Көслө заттан ҡалышмай08.06.2016
Йыл яҡташыбыҙ Тамара Пастухова өсөн иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булмаҡсы.
Украинаның Донецк ҡалаһында йәшәгән ханым Санкт-Петербургта төҙөлөштәрҙең береһендә крансы булып эшләй. Бер мәл һис көтмәгәндә магистраль таяуында ниндәйҙер томан барлыҡҡа килә, үҙ сиратында ул яйлап ҡуйы төтөнгә әйләнә. Шулай итеп, өс ир-ат 100 метр бейеклектә янғын ҡамауында ҡалған. Тамара Петровна оҙаҡ уйлап тормаған, аҫта күренгән сүп-сар контейнерын краны менән эләктереп, төтөнгә сәсәгәндәр янына мендергән. Һөҙөмтәлә ул өс кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Әйткәндәй, уны ла янғын уратып ала, күп тә үтмәй, ҡотҡарыусылар ҡотҡарыусының үҙен ергә алып төшә. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Тамара Пастухова Рәсәй гражданлығын алыу ҡыуанысын кисерҙе. Ҡыйыулығын рәсми органдар күреп бүләкләгән, шулай уҡ ил гражданлығын алыуҙы еңелләштергәндәр.
– Крансы һөнәре еңел түгел, тиҙәр, – ти Тамара Петровна. – Бер ҙә улай тимәйем, эшемде яратып башҡарам. Иҡтисадҡа бәйле һөнәр алырға өндәне яҡындарым. Шулай ҙа Өфөлә һөнәрселек училищеһында крансыға уҡыным, сөнки бейеклекте яратам.