Тәүәкәндәр тәүәккәлләгән.Ә һеҙ?08.06.2016
Тәүәкәндәр тәүәккәлләгән.Ә һеҙ? Бөгөн ҡайһы бер кешеләр ауыҙынан «Их, элекке колхоз-совхоздарҙы һағынып иҫләргә генә ҡалды инде. Булды бит заманалар: игенен дә сәстек, малын да аҫраныҡ, ҡош-ҡортон тәрбиәләп, хатта балығын да үрсеттек», – тигәнерәк һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Эйе, заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, донъялар үҙгәреп, колхоз-совхоздар тарҡалып, ауыл хужалығы техникаһы, келәттәр пыран-зыран килһә лә, шөкөр, тормош үҙ ағышы менән дауам итә. Әлбиттә, йәшәү күпкә ауырлашты, тип илап ултырыр заман түгел. Тәүәккәлдәр үҙ йүнен күреп, уңғандар эшен булдырып, тырыштар шәхси хужалығын күтәрә.

«Тәүәкән» дәүләт унитар ауыл хужалығы предпри-ятиеһы 2002 йылда хасил булып, уңышлы ғына эшләп килә. Төбәктә генә түгел, республика кимәлендә лә алдынғылар иҫәбендә ул. Бында, нигеҙҙә, үҫемлекселек һәм тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнәләр. Уның 11669 мең гектар ере булһа, шуның 10 меңгә яҡыны – һөрөнтө ер, 838 гектар май­ҙанда иһә бесәнлектәр урын­лашҡан. Көтөүлектәр 1149 гек­тарҙы тәшкил итә.
Хужалыҡта элиталы орлоҡ етештереү иң төп йүнәлеш­тәрҙән һанала. Бынан тыш, яңы технологияларға таянып, техник һәм ярма культуралар үҫтерелә. Шулай уҡ бесән әҙер­ләүҙә Европа өлгөһөн ҡул­ланып эш итәләр. Предприятие эшсәндәре голланд техноло­гияһы буйынса картуф та үҫтерә, уны сәсеү, утау, ҡаҙыу кеүек эштәрҙең барыһы ла автомат­лаштырылған. Шулай итеп, тәүәкәндәр тирә-яҡ ауыл һәм райондарҙы картуф орлоғо менән дә тәьмин итә.
– Беҙҙең эш тәжрибәһе бөгөн күптәргә өлгө булырлыҡ, шуға ла йыш ҡына йәмғиәт базаһында төрлө конференция-семинар­ҙар үткәрелә. Тимәк, 15 йылға яҡын хеҙмә­тебеҙ бушҡа булмаған, – ти директор Ғайса Ғилметдин улы Янбаев. – Киләсәккә уй-хыялдар ҙа етерлек, шөкөр, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңған, эшһө­йәр халыҡ бар. Ә тырыштар менән хатта тау аҡтарырға ла мөмкин.
Тәүәкәндәр тәүәккәлләгән.Ә һеҙ?«Тәүәкән» ауыл хужа­лығы пред­прия­тиеһында алты-ете меңләп ҡаҙ ҙа аҫ­райҙар. Инкубатор станция­һы уңышлы эшләй: март айында 40 мең ҡаҙ йоморт­ҡаһы һалы­нып, әле бәпкәләрҙе һатыуға сығарғандар. Был эште артабан да дауам итергә ниәтләйҙәр.
Бында голштин тоҡомло 2068 баш һыйыр малы тотола, шуның 680-е – һауын һыйыры. Әле малдар – йәйге йәй­ләүҙә. Хужалыҡтың малсылыҡ, үҫем­лек­селек йүнәлешендә ат­ҡарған эше былар менән генә сикләнмәй. Тәүәкәндәрҙең күп­селек хужалыҡтарҙан айыр­маһы баҫыуҙарында етеште­релгән продукцияны «тыу» килеш һатыуҙа түгел, ә ит-һөттө үҙҙәрендә эшкәртеп, халыҡҡа ризыҡты төрлө ассортиментта еткереүҙән ғибәрәт. Әле һөтсө­лөк фермаһында етештерелгән продукция Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Күмертау ҡа­лаларының, Күгәрсен, Ейән­сура райондарының, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасаба­һының магазин кәштә­ләренә һөт килеш кенә түгел, ә май, ҡаймаҡ, эремсек, кефир, ҡорот рәүешендә барып ята. Шуны билдәләп үтеү мөһим: һөт аҙыҡтарына ихтыяж арта, цех көн һайын 10 тоннанан ашыу аҡты эшкәртә. Тәүәкәндәр ит ризыҡтарын да халыҡҡа төрлө ассортиментта тәҡдим итә. Етеш­терелгән фарш, билмән, манты, тефтель, кәтлиттәрҙе бер тапҡыр тәмләп ҡарау­сылар магазин юлына саң ҡундыр­май.
Йәмғиәттең көнбағыш майын һығыу буйынса цехы ла бөгөн тулы ҡеүәтенә эшләй, ул Чехиянан һатып алынған за­манса ҡорамалдары менән йыһазлан­дырылған. Унда тәү­лек әйләнәһенә 7200 центнер көнбағыш эшкәртелә. Май бер литрлы шешәләргә тултырылып, ҡулла­ныусыларға оҙа­ты­ла.
Ҡатнаш мал аҙығы цехында һыйыр малдары, яңы тыуған быҙауҙар, ҡош-ҡорт өсөн махсус рәүештә фураж етеш­терелә. Был продукция заявка буйынса район хужалыҡта­рына, шулай уҡ халыҡҡа һатыуға сығарыла. Бынан тыш, тирмән, пекарня, ит ярымфабрикаттары, 90 төр продукция етештергән кондитер ризыҡ­тары цехтары ла ярайһы ғына табыш килтерә. Әйткәндәй, уларҙа бөгөн бөтәһе 40-ҡа яҡын кеше эш менән мәшғүл. Һуңғы өс айҙа ғына 3287 мең һумлыҡ продукция һатыуға сығарылған. Тәүәкәндә етеш­терелгән икмәк-ҡалас, кондитер һәм ит ризыҡтары урын­дағы магазин, кафеларға, яҡын-тирәләге мәктәп һәм балалар баҡсаларына оҙатыла.
Йәмғиәттә башҡорт тоҡомло 250-гә яҡын йылҡы малы ла бар, әлеге көнгә 161 ҡолон тәр­биәләнә. Хужалыҡта етеш­те­релгән ҡымыҙ, шешәләргә тултырылып, ҡулланыусы­ларға китә. Уларҙың был эсемлеге республика ҡымыҙсылар конкурсында юғары баһаға лайыҡ булған.
Бында шулай уҡ бал ҡорт­тары ла үрсетәләр, әле 115 күс һанала. Татлы һәм файҙа­лы тәмлекәс бөгөн күптәрҙең күңеленә хуш килгән дә инде.
Предприятиела 250-гә яҡын кеше эшләй. Коллектив йылдан-йыл йәшәрә бара, сөнки ауылдағы көнкүреш шартта­рының яҡшырыуын күргән йәштәр тыуған яҡтарында оя ҡорорға ынтыла. Бөгөн йәмғиәт етәкселеге бөтә уңайлы шарттар булдырылған яңы йорттар ҡалҡыта, бассейнлы һауыҡты­рыу комплексы, мәктәп, мәҙә­ниәт йорто, балалар баҡсаһы, диндарҙар өсөн заманса мәсет бар.
Хужалыҡтың ил, республика кимәлендә ойошторолған төр­лө күргәҙмәләрҙә, йәрминкә­ләрҙә ҡатнашып уңыш ҡаҙа­ныуы үҙе үк күп нәмә тура­һында һөйләй.






Вернуться назад