Рухи байлыҡ мәңгелек08.06.2016
“Башҡортостан” гәзите менән уҡырға-яҙырға өйрәндек һәм унан алтмыш йылдан артыҡ айырылғаныбыҙ юҡ. Быйыл да яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға һалып ебәрҙек.

Күптән түгел тәбиғәттә ял итеү өсөн һауыт-һаба йыйылмаһын отоуыбыҙ хаҡында шатлыҡлы хәбәр килде. Иң беренсе бүләгегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уҡытыусы булараҡ, гәзит оло ярҙамсы булды, фәһемле мәҡәләләр класс сәғәттәре, йыйылыштар үткәрергә ярҙам итте.
Хәҙер инде етенсе тиҫтәне ҡыуабыҙ. Матбуғат баҫмалары килгән көндәрҙе көтөп алабыҙ. Форсаттан файҙаланып, почта хеҙмәткәрҙәренә гәзит-журналдарҙы ваҡытында таратҡандары өсөн рәхмәт еткерәбеҙ. Матди яҡты ғына ҡайғыртып, рухи аҙыҡ­тан – гәзит-журналдарыбыҙҙан баш тартмаһаҡ ине. Һәр башҡорт ғаиләһе милли баҫмаларға яҙылһын, уҡыһын тигән теләктә ҡалабыҙ!





Вернуться назад