Бүре, айыу, төлкө, ҡуян, терпе һымаҡ уҡ, был йәнлек тә күңелебеҙгә бала саҡтан йәнһүрәттәр, төҫлө-төҫлө һүрәтле китаптар аша үтеп ингән. Тырыш, аҡыллы, ҡабаланмаҫ ҡондоҙ йә йылғаларҙы арҡыры быуа, йә файҙалы кәңәше менән башҡа йәнлектәргә ярҙамға килә.
Ҡондоҙ (бобр) — кимереүселәр араһында иң ҙуры. Оло йәнлектәрҙең оҙонлоғо 1 метрға етә, ә ауырлыҡтары 15–20 килограмғаса барып баҫа. Бөтә төрө лә ҡондоҙҙар ғаиләһенә (Gastoridac) ҡарай. Тиреһе ҡуйы йөн менән ҡапланған. Әйтергә кәрәк, ул ике ҡатлы: йылҡылдап торған өҫкөһө һәм ҡуйы, һыу үткәрмәҫ аҫҡыһы.
Ғаилә ҡороу яғына килгәндә, моногамлы һанала, йәғни бер генә иш менән ҡауыша. Балалары йәйен донъяға килә. Инә йәнлек бер юлы 1–5 бала табырға һәләтле.
Ҡондоҙҙар, башлыса, төнөн “донъя көтә” башлай. Бар мәшәҡәттәре — ағас кимереү, оя ҡороу, бәләкәстәрҙе үҙҙәре белгән һөнәрҙәргә өйрәтеү. Туҡланыу яғына килгәндә, үлән, ағас ботаҡтарының ҡайырыһын, тамырҙарын тәғәм итәләр. Төнөн уларҙың тормошо әүҙемләшә, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләгән саҡта (көҙөн) көндөҙ ҙә мәшәҡәткә сумалар.
Ҡондоҙҙар төркөм-төркөм булып йәшәй. Яңғыҙ ғүмер иткәндәре бик һирәк. Тынысыраҡ урында торлаҡ “төҙөйҙәр”. Шуға ла төйәк иткән ерҙәре тыныслыҡҡа һәм дә йылға ярының уңайлылығына ныҡ бәйле. Аҙыҡ запасын һыуҙа туплайҙар.
Башҡортостанда борон ҡондоҙ күп булған, ләкин уның матур тиреһе кешенең нәфсеһен генә уятҡан. Әҙәм балаһы йәнлекте күпләп ҡыра башлаған. Шуға ла улар беҙҙә бөтөү сигенә еткән. Тик үткән быуаттың 60–70-се йылдарында ғына уны тәбиғи шарттарҙа үрсетеү тураһында ҡайғырта башлағандар, һунар итеү ҡәтғи тыйылған. Архангел, Ғафури, Балаҡатай, Өфө райондары биләмәләренә үрсетер өсөн ситтән йәнлектәр алып ҡайтып ебәргәндәр. Әйтергә кәрәк, улар ерһенеп китә. Ебәрелгән райондарҙа һандары кәрәкле кимәлгә етә, башҡа биләмәләргә тарала башлай. Бөгөн ҡондоҙҙар Башҡортостандың 21 районында осрай. Ул ғына ла түгел, һандары яҡынса 2 меңдән ашып, 1982 йылда тәүге тапҡыр 150 баш ҡондоҙға лицензия бирелә.
Бына шулай, әҙәм балаһы, теләһә, юғалып барған йәнлектәрҙең һанын да үрсетә ала икән. Үкенескә ҡаршы, быны һуңыраҡ аңлаған саҡтарыбыҙ ҙа бар шул.