Ҡайҙалыр – ҡар, ҡайҙалыр – дауыл08.06.2016
Тәбиғәттең – үҙ ҡанундары. Уны еңә алырлыҡ көс юҡ. Төбәктә урынлашҡан йылы һауа торошо
елле-ямғырлы көндәр менән алмашынды.
Ике көн элек кенә Хәйбулла районының Бүребай ауылы эргәһендә ҡар яуып үтеүенә шаҡ ҡатҡайныҡ. Әйткәндәй, районда бындай хәл теүәл ун йыл элек булған. Кисә иһә Өфөлә көслө ел ағастарҙы ауҙарҙы. Бәхеткә күрә, ҡазаланыусылар юҡ, ә бына “тимер ат”тар өҫтөнә байтаҡ ағас ҡолап хужаларына матди зыян килтерҙе.
Гидрометеорология үҙәге көслө ел сығыуы, ҡырау төшөүе тураһында иҫкәрткәйне лә, ғәрәсәт ҡайҙа ябырылырын алдан күҙаллау мөмкин түгел шул. Был юлы дауыл Борай районының Шабай ауылында ҡотора. Йәмғеһе ауылдағы 160 хужалыҡтан 40-ҡа яҡын йорт-ҡура зыян күрә. Уларҙың береһе – балалар йорто. Бәхеткә күрә, тәрбиәләнеүселәр был ваҡытта йәйге лагерҙа була. Әлеге мәлдә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла, матди зыяндың күләме билдәләнә.