Әрмегә бармаған егеттән һалдат әҙерләп буламы?08.06.2016
Рәсәйҙең Оборона министрлығы юғары уҡыу йорттарындағы армияға кәрәкмәгән белгестәр әҙерләгән хәрби кафедраларҙы бөтөрөргә ниәтләй.
Ведомство әле тейешле закон проектын да әҙерләгән.

– Армия техник яҡтан үҙгәрә, заманса хәрби техника менән тулылана. Бындай техникаға идара итерлек кешеләр кәрәк. Хәрби кафедраларҙа бөгөн ихтыяж булмаған белгестәр әҙерләүҙең мәғәнәһе юҡ. Ундайҙарға, мәҫәлән, ауыл хужалығы йүнәлешендәгеләр инә, – тине Дәүләт Думаһындағы Оборона комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Жигарев. Уның билдәләүенсә, техник вуздарҙағы хәрби әҙерлек программаһы ентекле тикшереләсәк. Шул уҡ ваҡытта бындай кафедралар планға ярашлы ябыласаҡ. Әле белем алғандарға институтты тамамлау мөмкинлеге биреләсәк. Хәрби белем биреү факультеты ябылғандан һуң уҡырға ингән йәштәр армияға рядовойҙар сифатында саҡырыласаҡ.
Башҡортостанда хәрби кафедра Өфө дәүләт авиация техник университетында ғына бар. Эксперттарҙың фекеренсә, ул хәрби кафедралары бөтөрөлгән вуздар исемлегенә инмәйәсәк, сөнки әрмегә кәрәкле белгестәр әҙерләй.
Университеттың хәрби кафедраһында офицерҙарҙың тәүге сығарылышы 2012 йылда була. 2014 йыл аҙағында ул Хәрби-техник белем биреү институты итеп үҙгәртелә.
Күптән түгел запастағы офицерҙар әҙерләү программалары буйынса студенттар тупланды. Әле һалдаттар һәм запастағы сержанттар әҙерләү программалары буйынса уҡырға ҡабул итеү бара. Хәрби кафедра нигеҙендә шулай уҡ вуз-ара һалдаттар һәм запастағы сержанттар әҙерләү үҙәге ойоштороу күҙаллана.




Вернуться назад