Муллаға ла донъяуи белем кәрәк08.06.2016
“Белемгә ынтылыу – һәр мосолмандың мөҡәддәс бурысы”, тиелә хәҙистә. Әммә бындай ғилем Ислам динен генә түгел, йәшәйештә кәрәкле, файҙалы башҡа өлкәләрҙе – хоҡуҡ, медицина, география, иҫәп-хисап кеүек йүнәлештәрҙе лә өйрәнеүгә ҡайтып ҡала. Йәғни мосолмандар һәр нәмәлә алтын урталыҡ табып, зиһенен бар яҡлап та камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Рәсәй Ислам университетында үткән “түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеү ошо хаҡта барҙы.

Сарала Башҡортостандағы донъяуи һәм дини учреждение­ларҙың мәғариф, мәҙәниәт, фән буйынса хеҙмәттәшлек мәсьә­ләләре тикшерелде. Был йәһәттән Рәсәй Ислам университетының эшмәкәрлеген телгә алыу урынлы. Республиканың йәш юғары уҡыу йорттарының береһе һанал­һа ла, дини белем биреүҙе үҫ­тереү буйынса дәүләт програм­маһын тормошҡа ашырыуҙа ҙур урын биләй. М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән рәсми мөнәсәбәттәрҙе көйләп, тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. Дини ғилем алыуға дәүләт тарафынан етди иғтибар бүленеүенән сығып, был өлкәлә белемде стандартлаштырыу, уҡыу программаларын аккредитациялау зарур. Рәсәй Ислам университетының дәүләт учреждениелары менән мөнә­сәбәт­тәрен киңәйтергә, рәсмиләш­терергә ынтылыуы ла – ошо маҡсаттан.
– Бынан бер нисә йыл элек дини ғилемде, Ислам тарихын, уның төрлө тармаҡтарын өйрәнеү менән башлыса РИУ шөғөлләнһә, бөгөн был йүнәлеш Башҡорт дәүләт һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеттары, Баш­ҡортостандың Фәндәр академия­һы кеүек абруйлы ойошмалар тарафынан ентекле тикшерелә. Теология факультеттары асыла, ғилми конференциялар, осра­шыуҙар йыш үткәрелә, – тине үҙ сығышында тарих фәндәре докторы, профессор Риф Яҡупов. – Башҡа ғилми ойошмалар, шул иҫәптән архив, музей, китапхана, киң мәғлүмәт саралары менән уңышлы хеҙмәттәшлек ойош­торолһа, киләсәктә Ислам дине менән бергә иҡтисад, хоҡуҡ йә ғәрәп телен яҡшы үҙләштергән белгестәребеҙ сығасаҡ.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыу­сылар фән белгестәре өсөн архивтарҙың, китапханаларҙың әүҙем, эшмәкәрлеккә асыҡ булыуын да билдәләне. Мәҫәлән, Ризаитдин Фәхретдиндең, Мөхә­ммәтсәлим Өмөтбаевтың архив материалдары араһында һаҡ­ланған яҙмаларының әле һаман төбөнәсә төшөп етелмәгән. XIX быуат аҙағында әйтеп ҡалдырған тос һүҙҙәрҙең көнүҙәк булыуы һоҡландыра, яңынан-яңы эҙлә­неү­ҙәргә әйҙәй. Динде төрлө яҡлап өйрәнеүселәр дәлилле тарихи мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа еткерергә ниәт итһә, бының өсөн уңайлы шарттар ҙа юҡ түгел. Әйтәйек, “Көнсығыш матбуғаты” нәшриәте фәнни йыйынтыҡтар, китаптар, ҡулланмалар сығарыу менән бер рәттән ғәрәп яҙмалы материалдарҙы ла баҫтыра ала. Һанай китһәң, донъяуи һәм дини белемде бергә үҙләштерергә шарттар, мөмкинлектәр байтаҡ. Ниәт, дарман ғына булһын.




Вернуться назад