Кавказдан да, Алтайҙан да – ҡош итен эҙләп08.06.2016
Кавказдан да, Алтайҙан да – ҡош итен эҙләп – Бына нисә йыл инде «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, уларҙың продукцияһына һәр ваҡыт ихтыяж ҙур. Һатып алыусылар ҙа нәҡ ошонда үрсетелгәнде һайлап, сифаты яғынан да, хаҡы буйынса ла отолмай, – тип һөйләне Силәбе өлкәһенең Еманжелинск ҡалаһынан килгән эшҡыуар Василий Трофимов, машинаһына тауыҡ себештәрен урынлаштырып. Баҙарҙа сауҙа итә икән ул. Инкубаторы ла бар, өҫтәп тоҡомло йомортҡа ла алған булдыҡлы егет. Тырыш эшҡыуар шулай йүнен табып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырып тора.


Ҡошсолоҡ фабри­ка­һында, ни­геҙҙә, тоҡомло йомортҡа һәм ҡош ите етештереү юлға һалынған. Бынан тыш, тауыҡ себеш­тәре, бройлер тауыҡтар ҙа һатыла. Әле йәмғиәттә 65 мең «адлерская серебристая», «кучинская юбилейная» тоҡомло тауыҡ аҫрала, шуның 37 меңе һатыуға сығарылып, ҡал­ғаны тоҡомло йомортҡа алыу өсөн тотола. Хөкү­мәт, республика һәм район етәкселеге тарафынан иғтибар һәм яҡлау булғас, эш яҡшы ойош­торолған. Бүленгән субсидия аҡсаһы хужа­лыҡты артабан үҫтереүгә, яңы заманса ҡорамалдар һатып алыуға тотонола.
Фабриканың даны республикала ғына түгел, бөтә Рәсәй кимәлендә киң таралған. Әҙер продукция артынан алыҫ араларҙы яҡын итеп Ҡабарҙа-Балҡар, Дағстан республикаларынан, Алтай крайынан, Омск, Новосибирск, Кемерово өлкә­лә­ренән һәм башҡа төбәк­тәрҙән киләләр.
Бөгөн фабрикала күр­ше-тирә ауылдарҙан 70-кә яҡын кеше мәш­ғүл. Эш һорап килеүселәр ҙә юҡ түгел, сөнки бында хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләй­ҙәр, тотҡарлыҡтар юҡ. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр социаль яҡтан да яҡлаулы.
«Сәрмәсән»дең 162 гектар ере лә бар, унда йыл һайын күп йыллыҡ үлән­дәр, бойҙай үҫтерәләр. Уңышты, әлбиттә, ҡош-ҡортто ашатыу өсөн тотоналар. Бынан тыш аҙыҡты район хужалыҡтарынан, күрше төбәк­тәрҙән дә һатып алалар. Яҙғы баҫыу эштәрен үҙҙәренең тех­никаһында ваҡытында башҡарып сыҡҡандар. Машина паркы ла бай ғына.
– Бөгөн үҙебеҙҙә етеш­терелгән продукцияға ихтыяж арта барыуы ҡы­уандыра. Сит илдекен күптәр өнәп тә етмәй шикелле. Шуға ла хеҙмәте­беҙҙең емеше мул булһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалып тыры­шабыҙ, – ти фабрика директоры Динар Данил улы Сәлимов. – Әммә күп урындарҙағы кеүек, йәштәрҙең етешмәүе генә көйөн­дөрә, улар ниңәлер ҡалаға ынтыла, Себер тарафтарын үҙ итә. Минең­сә, хеҙмәт һөйгән кешегә үҙ ереңдә эшләүе күпкә отошлораҡтыр ул.
Эйе, шарттар бар. 18 кор­пустың бөтәһе лә заманса йыһазлан­дырылған, күп кенә эш урындары автоматлаш­тырылған, биналар газ менән йылытыла.
Фабрика етәкселеге алдынғы ҡошсолар Раушания Яхинаны, Резеда Вәлиеваны, слесарь-оператор Салауат Вәлиевте, механизатор Риф Вәлиев­те, инкубатор станцияһы мөдире Әлфирә Сабитованы, ҡош­солар бригадиры Рәзимә Ирназарованы һәр яҡтан өлгө, уңған тип маҡтап телгә алды.






Вернуться назад