Башҡорт тигән милләт беҙ!08.06.2016
Башҡорт тигән милләт беҙ! Ысыах – яҡут халҡының йәйге Яңы йыл байрамы. Илдең баш ҡалаһындағы “Коломенское” музей-ҡурсаулығында ошо айҡанлы ҙур сара ойошторолдо. “Ысыах” һүҙе “муллыҡ” тигәнде аңлата, йәғни яҡут тәбиғәтенең оҙайлы ҡышҡы йоҡонан уяныуына, йәшеллеккә күмелеүенә ишаралай. Байрамға ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа милли кейемдәрҙә килә, тигән шарты ла бар. Ысыахҡа ғәҙәти күлдәктә сығыу сараны ихтирам итмәү менән бер.

Быйылғы байрамда милли кейем­дәге ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара бәйге уҙҙы. Сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән 40-тан ашыу милләт вәкиле үҙ халҡының музыка ҡорал­дары, йыр-бейеүҙәре менән таныш­тырҙы, тыуған төйәге хаҡында бәйән итте. Конкурстың төп еңеүсеһе итеп сыуаш ҡыҙы танылһа, Әбйәлил районының Байым ауылы ҡыҙы Мәҙинә Илһамова I урынға лайыҡ булды. II, III урындарҙы иһә Үзбәкстан һәм Дағстан вәкилдәре бүлеште.
Мәскәүҙә урындағы телевидениела сценарист булып эшләгән Баш­ҡортостан ҡыҙы байрамда төлкө тиреһе менән биҙәп тегелгән милли кейемдә сығыш яһаны. Артабан ҡурайҙа һыҙҙыртып, был музыка ҡоралының тарихы, даны хаҡында бәйән итте. Тамашасылар алдында башҡорт думбыраһында уйнап, ҡумыҙҙа “Мирфәйзә”не сиртеп, бейеп уларҙы тамам таң ҡалдырҙы.
– Думбыра башҡа халыҡтарҙа ла бар, әммә беҙҙеке өс ҡыллы, борон уны ат ҡойроғо ҡылынан яһағандар, – тип аңлатып та китте Мәҙинә үҙ сығышында.
Яҡташыбыҙ Мәскәү башҡорттары ойошторған, ҡатнашҡан бөтә сара­лар­ҙың да уртаһында ҡайнап йәшәй, “Илһам” башҡорт театрын етәкләй.



Вернуться назад