“Башҡортостан – тыныс, һыйышып йәшәү өлгөһө”07.06.2016
“Башҡортостан –  тыныс, һыйышып  йәшәү өлгөһө” Мәскәү һәм Бөтә Русь Патриархы Кирилл беҙҙең республикаға килгәнендә шулай тип белдерҙе. Уның сәфәре төбәгебеҙ өсөн ҙур ваҡиға ине, сөнки был – Урыҫ православие сиркәүе етәксеһенең Башҡортостанға тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуы. Уның эш буйынса ла, шәхси яҡтан да сәбәптәре бар.

Патриархтың беренсе туҡталышы Бөрө ҡалаһы булды. Өфө аэропортынан уны бында вертолет менән алып килделәр. Ағиҙел ярындағы матур урында һалынған Михаил-Архангел ҡорамында оло ҡунаҡты иртәнән алып көтәләр ине. Ҡорамдың эсендә генә түгел, ихатаһында ла халыҡ шығырым тулы. Патриархтың килеүе бер йыл алдан уҡ билдәле булған, шуға ла сиркәүҙең үҙен һәм тирә-яғын былтырҙан алып әҙерләгәндәр, матурайтҡандар. Эсенә инһәң, иконаларҙан, тәреләрҙән, руханиҙарҙың алтынһыу кейемдәренән күҙ ҡамашырлыҡ. Монахинялар, “Йәк­шәмбе мәктәбе” уҡыусылары тигеҙ сафтарға баҫҡан.
Михаил-Архангел ҡорамы 1783 йылда төҙөлгән һәм Башҡортостандағы православие ҡорамдарының иң тәүгеләренең береһе булып иҫәпләнә. Урындағы руханиҙар әйтеүенсә, Башҡортостанда православие ошо нөктәнән тарала башлаған. 1845 йылда уны таштан яңыртып һалғандар. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында ҡорам ябылған һәм уны келәт урынына файҙалана башлағандар. 1944 йылда иһә ул Өфө епархияһының ҡырҡ сиркәүе иҫәбендә ҡабат тергеҙелгән. Өс йыл элек бында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн монастырь ҙа астылар.
Ҡорамда Изге Патриарх ғибәҙәт ҡылды, пасха йомортҡаһы һәм иконалар бүләк итте.
– Был ҡорамда уҙған быуаттың 50-се йылдарында минең олатайым Василий Степанович Гундяев хеҙмәт иткән, шуның өсөн дә был урын минең өсөн бик ҡәҙерле, – тине ул. – Ул Совет власы иң яуыз дошмандары өсөн ойошторған Соловецк лагерының тәүге тотҡондарының береһе булған. Хәҙер аптырайым: дини ҡарашы өсөн нисек ҡаты эҙәрлекләүҙәре тураһында олатайым ғәҙәти хәл һымаҡ ҡына һөйләй торғайны. Ләкин ул һынмаған, һәм мин уның менән ғорурланам.
Артабан Патриарх ҡасандыр олатаһы хеҙмәт иткән тағы бер урынға – Благовещен районының Уса-Степановка ауылына – барҙы. Әйткәндәй, олатаһы Өфөлә, Белорет һәм Архангел райондарында ла эшләгән. Ҡорос ихтыярлы был кеше 30 йыл ғүмерен лагерҙарҙа үткәргән, ете мәртәбә һөргөнгә ебәрелгән һәм 46 тапҡыр төрмәгә ултыртылған.
Кискә табан Изге Патриарх Кирилл һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов баш ҡалабыҙҙағы Воскресенск кафедраль соборы төҙөлөшө менән танышты, боронғо Сергий сиркәүендә булды.
Икенсе көндө, йәкшәмбе, Патриарх Раштыуа Алиһәһе кафедраль собор ҡорамына килде. Бында ул изгеләштереү йолаһын үтәне һәм литургия үткәрҙе. Ғибәҙәт ҡылыу тамамланғас, Мәскәү һәм Бөтә Русь Патриархы республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевҡа Башҡортостан митрополияһына ярҙамы өсөн Урыҫ православие сиркәүенең өсөнсө дәрәжә Серафим Саровский орденын тапшырҙы.
Ошо уҡ көндө Патриархты Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡабул итте.
– Һеҙҙең килеүегеҙ – халҡыбыҙҙың әхлаҡи рухын нығытыуға хеҙмәт итеүсе ҙур ваҡиға ул, – тине Рөстәм Зәки улы. – Хәҙер замандар бик ҡатмарлы, кешеләрҙе киләсәккә ышанысты юғалтмауға, уларҙы яҡлаусылар бар икәнлегенә инандырыу зарур.
Патриарх был осрашыуҙа әйтеүенсә, Башҡортостан барлыҡ донъяға төрлө диндәге һәм милләттәге кешеләрҙең үҙ-ара тыныс, һыйышып йәшәү өлгөһөн күрһәтә. “Бында дини йәки мәҙәни нигеҙҙә бер ыҙғыш та тыуғаны юҡ”, – тип билдәләне ул.
Шул уҡ көндә Патриарх Кирилл менән Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың осрашыуы ла булып уҙҙы. “Рәсәйҙең ислам үҙәге итеп һеҙҙең төбәкте юҡҡа ғына һайламағандар заманында. Башҡортостан – конфессиональ-ара хеҙмәттәшлек өсөн иң яҡшы урын”, – тине Патриарх.





Вернуться назад