“Тәртә ҡыҫҡа, аттың башын киҫәйек…”07.06.2016
“Тәртә ҡыҫҡа, аттың башын киҫәйек…” Ҡәҙимге көнитмештә, кәбәгенән елгәртеп айырылмаған иген һымаҡ, дәүләт сәйәсәте лә, донъяның ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре лә бер өйөмдә. Уларҙы иләктән үткәреүсе лә, һәр нәмәнең үҙ урынын хәстәрләүсе лә юҡ. Етәкселәрҙең ғәмәлдәре лә, күптәрҙең, мейеһе ҡортлаған һарыҡ шикелле, нимәгә, ҡайһылай, ни өсөн тотонорға белмәй ҡаңғырыуы ла шундайыраҡ тәьҫир ҡалдыра. “Байҙың ҡатыны үлһә, түшәге яңырыр, ярлының ҡатыны үлһә, башы ҡаңғырыр”­ тип, халыҡ, мөлкәт мәсьәләһендә айырымланып, рухи етемлектә, әхлаҡи йәһәттән меҫкенлектә ғүмер кисереүгә хөкөм ителгән үҙебеҙҙе күҙ уңында тоттомо икән ни?

Дәүләт, ил, йәмғиәт ваҡыты, тәғәйене өсөн мотлаҡ закондарға, зарураты сыҡҡан һайын тулылана килеүсе ҡағиҙәләргә таянып йәшәй. Йорт-ҡураһын хәстәрләгән хужа ла тотонған һәр эшенең тәртибен, урынын, әмәлен белә. Бының менән мин дәүләткә идара итеүҙә лә, ғаиләнең көндәлек мәшәҡәттәрендә лә профессионаллек, отҡорлоҡ, һәләтлелек мотлаҡ кәрәклеген әйтергә теләйем.
Быуынға ултырған яғым – тау-урманлы төбәк. Халыҡ бында колхоздарға тиклем дә, ул замандарҙа ла, һуңғараҡ та мал-тыуарға таянып, донъя көткәндә урман кәсептәре менән көн итә торғайны. Хәҙерге һымаҡ әҙергә бәҙер йәшәү мөмкинлектәре булмағас, күп йәһәттән үҙ йүнеңде үҙең күрәһең. Бының файҙаһы ла бар: эшкә өйрәнеү, таһыллыҡ менән бергә ул артабанғы тормош өсөн кәрәк сифаттарҙы ла бирәлер.
Ауыл малайы, буйы арба кендегенән аҙ ғына үттеме, шундуҡ хәленән килерҙәй эшкә егелә. Мине лә, шөкөр, ул өлөш урап үтмәне. Шөкөр тием, сөнки бала көйө генә салғыға, балтаға, дилбегәгә тотонған һәм эш мәнеһен аңғарған малай, әйтәйек, артабан өлкәндәр мөхитенә барып ингәс тә юғалып ҡалмай. Ауылда донъяны алып барыуҙың да үҙ рәте һәм күп эштәрҙе башҡарыуҙың, хәҙергесә әйткәндә, халыҡ тәжрибәһе барлыҡҡа килтергән технологияһы бар. Үгәй атайым Әхмәйән Фазлетдин улы, ифрат уңған һәм мөғәмәләлә ипле кеше, мине ваҡытлы һәм көндәлек һәммә эштәрҙең дә айышына төшөндөрөргә тырыша торғайны. Кәбән ослатыр булһа, ул: “Бесәнде таҫтап, нығытып һалып бар, әтеү ямғыр аҫтында серетәһең”, – тип киҫәтеп кенә тора. Дегет ҡыуырға барһаҡ, уныһы инде – ысындан да технология. Тәүҙә дегет өсөн ҡарт йәш туҙҙы яҙ, ҡайын ишкәкләнгән саҡта, йәғни ағаста һут көслө мәлдә, ул ҡоромағандай һаҡлыҡ менән һыҙырып ала. “Бына, улым, таҙа дегеткә туҙҙы ошолай түшәйһең, шушмингә тиһәң, сайырҙы шул тәртиптә теҙәһең, ҡарап тор, иҫтәп ҡал”, – Фазлитдиничтың “технологияһы”н минең тормошта артабан кәрәк булыр-булмаҫы тураһында икебеҙ ҙә уйланмағанбыҙ. Ысынында сана ҡарамалау, мурҙа үреү һымаҡ онотолоп барыусы эштәр түгел, ат егеп-туғарыу форсаты теймәһә лә, уйымса ла, ошоларҙың мәғәнәһе тәрәнерәктер. Донъяның ваҡ ҡына күренгән йомоштары ла кешене һәр эште эҙмә-эҙлекле, билдәле бер маҡсаттарҙы күҙ алдында тотоп, кәмһенмәй башҡарырға өйрәтә. Арба-санаға ағас, таҡта тейәгән саҡта ул: “Йөгөңдө самалап һал, осо аттың аяғына төртмәһен. Оҙонораҡ тәртәне ҡайырып булһа ла атыңды ҡыҫҡартыу мөмкин түгел”, – тип өҫтәргә онотмаҫ ине. Атыңдың, юлдың, йөктөң самаһын беләһең, был һүҙҙең дә баһаһын аңлайһың.
Беҙҙең тормошта юғары сәйәсәтте, иҡтисад закондарын, һәр кемдең көнкүрешендәге эштәрҙе бер-береһенән айырыу, уларҙы уртаҡлығы булмаған төшөнсәләр тип ҡарау тамырланған. Бәлки, был дөрөҫ түгелдер? Айырым шәхес тә, тотош йәмғиәт тә шартына һәм ваҡытына ҡарап холоҡ-фиғелен, йөҙөн үҙгәртеп, мәленә яраҡлашҡан сүрәткә инеп йәшәй алмай. Оло һәм кескәй генә эштәрҙе бер-береһе менән бәйләгән, уларға эске оҡшашлыҡ биргән уртаҡ мантиҡлыҡ бар.
Әгәр ошо тезис менән ризалашабыҙ икән, дәүләтебеҙ тормошондағы, бүтән илдәр менән мөнәсәбәттәрҙәге әлеге мантиҡлыҡтың, йәғни логик эҙмә-эҙлеклелектең, юйылыуы беҙҙе ниңә борсомай? Әллә аңлашылмаусанлыҡ факторҙары арта барған һайын уларҙы аҡларлыҡ нигеҙҙәр эҙләйбеҙме?
Икенсе яҡтан, тәнҡитләргә лә оҫтарҙыҡ. Яҙғаныбыҙ түрәләр күҙенә салынмаҫтай, әйткәнебеҙҙе улар ишетмәҫтәй булһа, харап ҡыйыуланып китәбеҙ. Йәки, “әй, эсәйек ҡымыҙҙың таҙаһын, китәрмәйек байҙың маҙаһын”, тигәндәй, тәнҡит һымаҡ ике осло нәмә менән ғөмүмән хитлашып тормайбыҙ. Был йәһәттән республика матбуғатында эшләүсе ҡәләмдәштәребеҙҙең хәлен аңларға тырышам. Ә фекерҙе юғарыраҡҡа йүнәлтәм тиһәң, үҙең дә аңғармаған ниндәйҙер көс уны гонаһлы еребеҙгә, мәшәҡәтле көнитмешебеҙгә тартып төшөрөп тора. Шуға күрә Мәскәү Кремлендәге, үҙебеҙҙең Ағиҙел ярындағы һәр һүҙ, теләһә ҡайһы ғәмәл зиһенгә барып һеңерҙән алда хис кимәлендә, бәхәскә урын ҡалдырмаҫ хаҡлау, шик-шөбһәнән азат ҡарар булараҡ ҡабул ителә. Демократик дәүләт тураһында шеп-шикерт кенә һүҙ араһында юғарғы хакимлыҡҡа ҡарата тәнҡитле фекер әйтеү бөтөнләй юғалды. Минеңсә, илебеҙҙең, республикабыҙҙың тарихында ла, яңы заманда ла етәкселәр һауаланған, мин-минлеген йүгәнләй алмаған осорҙар күп булды. Халыҡ әйтмешләй, хандың эше халыҡҡа төшә. Тормоштоң әтнәкәһе нәҡ шунда ла инде.
Беҙ – Рәсәй кешеләре. Американдар ҙа, европалылар ҙа түгел. Борон-борондан етәкселәр­ҙең һүҙенә, рәсми хәбәргә ышаныу рухында тәрбиәләнгәнбеҙ. Декларатив түгел, ә ғәмәли демократия тормош ҡағиҙәһе булған йәмғиәттә ижтимағи баҫҡыстың иң түбәнендә торған кеше лә, түрәләрҙең фекеренә ҡолаҡ һалыу менән бергә, үҙ йөрәген, үҙ аңын тыңлай һәм йыш ҡына уларға өҫтөнлөк бирә. Шундай менталитет менән йәшәгәс, хакимдар ауыҙынан бөгөн – бер, иртәгәһенә икенсе төрлө сыҡҡан хәбәрҙәргә ышанырғамы, әллә ышанмаҫҡамы? Айырым алғанда, юғары кимәлдәге етәкселәр ауыҙынан ябай кеше ихтыяжына йүнәлтелгән һүҙ ишетеү танһыҡ. Рәсәй Президенты Путин да, Башҡортостан Башлығы Хәмитов та һәр саҡ ябай халыҡты яҡлаусы булып сығыш яһай. Рәхмәт! Шул уҡ ваҡытта башҡарма власть эйәһе булған ҡайһы бер даирәләр Рәсәйҙең етмештән өҫтәге граждандарын квалификациялы табип ярҙамынан мәхрүм итергә тотондо. “Ғүмерҙең аҡтыҡҡы осоро” тигән социаль-демографик термин ифрат “кешелекле” йәмғиәте­беҙҙең сағыу бер һыҙаты булмаҡсы. Һәм аҡыл менән дә, йөрәк менән дә ҡабул итмәҫлек күренештәр иң юғарғыла яңғыраған дөйөм һүҙҙәр менән ҡаплана бара.
Ғөмүмән, сәйәсәттән алыҫ ябай кеше лә хакимдарҙың ғәмәлдәре логикаһын аңларға тейештер бит. Һәр кем үҙ кимәленән тороп фекер йөрөтә инде. Нефткә, газға, минералдарға бай тиҫтәләрсә илдең бурыстарын тиктомалдан ғәфү итеү, йәғни аҡсаны елгәрергә форсаты булған баймабаш сауҙагәр һымаҡ ҡыланыу аптырашта ҡалдырғылай. Сит-яттарҙың алыҫтан ятып йылмайыуы ла яҡындарыңдың хәжәттәренән мөһимерәктер... Санкцияларға яуап рәүешендә меңдәрсә тонна ризыҡ тәләфләнә. Хәләл ризыҡ­тың күкрәк көсө менән табылыуын онотоу – гонаһ. Пенсионерҙар кибеттәргә кәштәләге тәғәмде күрер өсөн генә йөрөгәндә бындай ҡырағайлыҡты һис ниндәй дәлилдәр аҡлай алмай. Йәнә лә, бүтән дәүләттәргә аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтарҙы бер туҡтауһыҙ оҙатып торорлоҡ хәле булған илебеҙҙә һәр нәмәнең ҡиммәт­ләнә барыуы тын юлын тамам быуҙы. Кемдер уйлап тапҡан ғәҙеллекте юллап, барыһы менән яғалашҡансы, үҙеңдәге байҙар хакимлығын, енәйәтселекте, та­мыр­ланған уғрылыҡты ауыҙлыҡ­ларға кәрәк тә бит, әммә быға ынтылыш осмот та күренмәй.
…Йәш саҡта ауылыбыҙҙан дүрт саҡрымда ятҡан Амангил­деләге пилораманан таҡта алып ҡайтырға барғайным. Йөктө, саманы онотоп, алға, ат тояғына төртөрлөк итеп тейәгәнмен икән. Ауылдан сыҡҡан ғына урында Ҡыҙыл яр тип йөрөтөлгән текә урын бар. Шул һарҡыуҙы төшкәндә, таҡта шылып, осо атҡа ҡағылды бит. Малҡай ҡапыл тертләп, алып китте, дилбегәне һиҙмәй ҙә. Мин, уны нисектер туҡтатайым тип, тау битенә ҡайырҙым. Боролған ыңғайға, кендегенән һурылып, арбам йөгө-уты менән тәкмәсләп китте, атым, алғы күсәрен осоҡтай елтәңләтеп, ҡайҙалыр сабып олаҡты. Ҡаҡ юлда, һеңгәҙәп, мин ятып ҡалдым. Аҙағыраҡ, таралған таҡталарымды ҡабаттан тейәп, һәүетемсә генә ҡайтып барғанда, уйлай торғас, юлдағы әлеге мажарала ғәйепте Ҡыҙыл яр текәһендә лә, йөктә лә, атта ла, дилбегә тота белмәүемдә лә түгел, ә тәртәнең ҡыҫҡалығында таптым. Шунда тәртәһе оҙонораҡ йә аты ҡыҫҡараҡ булһасы…
Ошондай ваҡ-төйәк, инде хәтерҙән юйылып та барған хәлдәр тураһында уйланаһың да, юғары сәйәси ғәмәлдәр менән донъяның көндәлек йомоштары араһында күҙгә ҡапылда ташланып бармаған уртаҡ законлылыҡмы, логик бәйләнешме булыуын үҙең дә аңлатып бирә алмаҫлыҡ рәүештә һиҙемләйһең. Тормоштоң ҡапма-ҡаршылыҡтар, бәрелештәрҙән, ҙур юғалтыуҙарҙан һәм кескенә табыштарҙан ҡоролғанлығын да беләһең. Ләкин уның әсеһе, ел-дауылдары ғына, зитҡа тейеп, самаларҙан ашып китә…




Вернуться назад