Быуаттар аша киләсәккә07.06.2016
Ошо көндәрҙә Өфөлә “Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә” VII Рәсәй төркиәт конференцияһы булды. Ул арҙаҡлы ғалим Әҙһәм Тенишевтың 95 йыллығына арналды.
Сараның пленар ултырышында, секцияларҙа, симпозиумдарҙа ҡатнашыусылар иғтибарына Урал-Алтай төбәгендәге телдәрҙе, тарихты, матди һәм рухи мәҙәниәтте, әҙәбиәтте, фольклорҙы өйрәнеү, үҫтереү буйынса 160-тан ашыу доклад тәҡдим ителде. Конференциянан һуң күптәр сығыштарҙың ҙур әһәмиәтен, көнүҙәклеген билдәләне.
Урал-Алтай төбәге меңдәрсә йыллыҡ тарихында тел, мәҙәниәт, конфессия үҙенсәлектәрен юғалтмаған. Ошо нигеҙҙә бындағы халыҡтар элек-электән үҙ-ара татыу, бер-береһенең теленә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡарата ихтирамлы. Конференцияла ҡатнашыусылар әйтеүенсә, ғилми берләшмә заман этносәйәси, этнодемографик, этнолингвистик процестарҙы ла ныҡлы өйрәнергә тейеш, был үҫеш мөмкинлектәрен күҙалларға ярҙам итәсәк.
Сара хаҡында киләһе һандарҙың береһендә уҡырһығыҙ.