Европа менән Азия осрашҡан изге ер15.03.2012
“Башҡортостан”дың быйылғы 3-сө һанында Рәшит Кәлимуллиндың “Тәләфләргә ярамаған утрауҙар” тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Автор “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Алтын солоҡ” заказнигы, “Мораҙым” тарлауығы, “Ыҡ” йәнлектәр заказнигы тураһында һүҙ алып бара. Барыһы ла дөрөҫ һәм кәрәк эш. Мин ундағы фекерҙе дауам итергә теләйем, сөнки был мәсьәлә күптән борсой.
Әле 1972 йылда уҡ, районыбыҙҙың 28 ауылын берләштергән хужалыҡ етәксеһе булараҡ, мин партияның Башҡортостан өлкә комитетына, Юғары Советҡа бер нисә тапҡыр яҙма рәүештә мөрәжәғәт иткәйнем. Әммә улар Мәскәүгә һылтанды. Ул ваҡытта беҙҙең Учалы районының төньяғында, шул ауылдар ерендә, Учалы — Мейәс юл өҫтөндә Кинйәкәй — Вознесенка леспромхозы, ә “Ҡорама” тимер юл станцияһында ҙур таҡта ярыу фабрикаһы урынлашҡайны. Һөҙөмтәһе шул булды — райондың “Северо-Уральское” лесничествоһының ҡарағас-ҡарағайҙары һуңғыһына тиклем ҡырҡылып бөттө. Көнсығыш Урал бите пеләш булып ҡалды. Был вәхшилектән һуң ер битен ярған колеялар, туҙып ятҡан ботаҡтар, етемһерәп һерәйешеп ҡалған дүңгәктәр ҡалды. Район колхоз-совхоздарына 10 кубометр ҙа таҡта тәтемәне. Төҙөлөш, ферма ремонтлау һәм башҡа эштәр өсөн райсоветтың бүлгән наряды буйынса 100–150 саҡрымдағы Миндәк, Белорет лесхоздарынан ағас ҡырҡып алдыҡ. Бөтә ағасыбыҙ Силәбе һәм башҡа сит өлкәләргә оҙатылды. Барлыҡ был эш “госинтерес”, йәғни “Мәскәү интересы” тип иҫәпләнде. Шуға ла беҙҙәге леспромхоз Башҡортостанға түгел, ә Силәбе өлкәһенә буйһондо. Майлы ҡалъя ашағанда ҡалаҡ һәр ваҡыт көслө ҡулында булған. Ул “ҡағиҙә” кеше йәмғиәтендә әле лә шулай. Ҙур ҡалаҡ тотҡандар үҙҙәрен һаҡлаусы һәм яҡлаусы ҡанунды бөтә йәмғиәткә индерә.
Мөрәжәғәттәр һөҙөмтәһендә (совет осоронда) тәбиғәтте ҡурсалау тураһындағы беҙҙең борсолоуҙың бер тамсыһын булһа ла рәсмиләштергән кеүек булдылар. Учалы районындағы ынйыларҙың береһе, Уй-таш итәгендә урынлашҡан Ҡарағай күлен (урыҫтар “Ворожеич” ти) “тәбиғәт ҡомартҡыһы” иттеләр. Уны Башҡортостан АССР-ының Министрҙар Советы раҫланы. Һаҡлауҙы һәм яҡлауҙы кемгәлер төкәһә лә, ул “таяу” бармаҡҡа-бармаҡ менән дә һуҡманы. Ә беҙҙең тәҡдим ҙурыраҡ ине. Ул һорау бөгөн бигерәк тә көнүҙәк. Оҙаҡ йылдар тынып торғандан һуң республика етәкселегенә тағы ла хаттар яҙылды. Бынан тыш, 2009 йылдың яҙында төп баҫмабыҙ “Башҡортостан”да “Ирәмәлгә бөгөн кем хужа?” тигән мәҡәлә менән сығыш яһаным, сөнки тауыбыҙға ҡул һалыр сит хужалар төҫмөрләнә башлағайны.
Унан башҡа республикаға ғына түгел, Ҡаҙағстан, Татарстан, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа төбәк халҡына билдәле, яҙ, йәй миҙгелдәрендә унар меңләгән кеше килеп, табынып, күңел тыныслығы алып ҡайта торған ерҙе — Әүеш тауын, Әүлиә шишмәһен, Әүеш күлен — һаҡлау тураһында “Башҡортостан” гәзитендә “Әүлиә тауына кемдәр ымһына?” тигән мәҡәлә яҙҙым. Шулай итеп, сит тәғлимәтле кешеләрҙең изге тауға хужа булырға ынтылыуҙарын әлегә туҡтата алдыҡ. Халыҡ дөйөм йыйылышта дәррәү ҡаршы сығыш яһаны. Күрәһең, алдан яҙған тәҡдимдәрҙе һәм йәмәғәтселектең фекерен тыңлап, ниһайәт, республика етәкселеге изге Ирәмәл тауын “тәбиғәт ҡомартҡыһы” тип иғлан итергә өлгәшә алды кеүек. Был бик тә мәслихәт булды.
Хәҙер төп мәсьәләгә күсәйек. Борон Уралды фин-уғырҙар, Дәшт Ҡыпсаҡ, Хазар вариҫтары “Башҡорт Уралы” тип йөрөткән, тиҙәр. Һуңынан был ерҙәр картаға Урал, Көньяҡ Урал булып инеп киткән. Ана шул Башҡорт Уралының иң мәғдәнле, урман-һыулы, мәғрур таулы, төпһөҙ күлле ерҙәрен заводсы Строгановтар, Демидов, Твердышев, Масалов, Лугнин һәм башҡалар төрлө юлдар менән башҡорт халҡынан тартып алған. Был — тарихи хәҡиҡәт.
Совет осоронда ла талау дауам итә. Мәҫәлән, Калинин етәкселегендәге ВЦИК 1922 йылдың авгусындағы ҡарары менән Оло Башҡортостандан Өфө өйәҙенә ҡараған боронғо башҡорт олоҫтары Золотоустье — Алтын тамаҡ — Златоуст, Эҫем, Минйәр, Ҡатау, Һатҡы, Мейәс, ә һуңғараҡ Арғаяш, Сыбаркүл, Бүре, Ҡоншаҡ олоҫтарын яңы ойошторолған Силәбе өлкәһенә бирә. Шулай итеп, Башҡорт еренә ҙур “йоҙроҡ” тығыла. Ул картала бик асыҡ күренә.
Был яҡ — байтаҡ йылғаларҙың башы. Райондың төньяҡ өлөшөнән Нарлы — Эҫе тау тарлауыҡтарында, борон башҡорттоң тимер һуҡҡан Нәрәле тау шишмәләренән Мейесле — Мейәс йылғаһы башлана һәм Исәткә ҡоя. Ә оло Уралдың асама тармағы Әңкә армыты менән Уйташ ҡултығы Ҡарағайташ төбөнән Уй йылғаһы һарҡып сыға һәм ялан яҡта Тубылға ҡоя. Был ике йылға йөҙәрләгән шишмәләрҙе, унарлаған бәләкәй йылғаларҙы ҡушып, Төньяҡ Боҙло океанға юллана. Ике йылғаның — Мейесленең һәм Уйҙың — башы араһы бер-береһенән егерме саҡрым да юҡ.
Уй башынан, Уйташ армыты аша, 10–15 саҡрым аралыҡтан Яйыҡтың баш шишмәһе, Ялпан-тау үңеренән урғылып сығып, көньяҡҡа — Каспий диңгеҙенә — йүнәлә. Яйыҡтан 20–25 саҡрымдай ерҙән, Ирәмәл алды Әүәләк армыты күкрәгенән, Ағиҙел баш ала. Бәләкәй Ирәмәлдең Еләкле, Ҡыҙҙар тораһы, Әүәләк һыртының Суҡ муйыл текәлектәре араһынан, Һарыһаҙҙан Әй башлана. Ағиҙел, Әй, Яйыҡ баштары ла бер-береһенән 15–25 саҡрым алыҫлыҡта ғына. Әммә улар көньяҡҡа, Каспий диңгеҙенә табан аға. Шулай итеп, беҙ Учалы еренең Башҡорт Уралында үҙенсәлекле күренеште күҙәтәбеҙ. Бер-береһенән иң күбендә 45–50 саҡрым алыҫлыҡтағы аралыҡтан башланған йылғалар ҡапма-ҡаршыға — береһе экватор яғына, икенсеһе Арктикаға китә. Был ерҙәр тәбиғәт ҡомартҡыһы ғына түгел, ә Ер шарының әле өйрәнелмәгән нөктәһе. Ер шарының кендеге. Ике яҡҡа ла: экваторға ла, Арктикаға ла оҙонлоғо бер сама. Шуға ла Ирәмәл — ер кендеге. Был — бәхәсһеҙ!
Аҙ ғына көньяҡ-көнбайышта Баҡты, Ҡолмарҙаҡ, Егәлге һәм Башы Аҡ (ниңәлер Машаҡ тип тә йөрөтөлә) армыттар яғынан ике Инйәр һәм Йүрүҙән дә баш ала. Кешелек киләсәктә, дөрөҫөрәге, бөгөн дә эсәр таҙа һыуға ҡытлыҡ кисерә. Башҡорт Уралының нәҡ шул йылғалар башы аҫтында бик көслө эсәр һыу сығанағы тупланған. Бөгөнгө көндә йыуан торбалар аша бөтә Европаға көнө-төнө газ, нефть аҡҡан кеүек, киләсәктә, бәлки, был ерҙәр күрше-күләнгә тере һыу биреп тороуы ла ихтимал. Ер ҡуйыны аңға һыйышһыҙ серҙер. Үҫемлектәр донъяһын тәләф итеп, ер өҫтөн ҡоротоп, һыу сығыр ярыҡтар яйлап емерелеп бөтәшһә, һыу бик төптә ҡалмаҫ та тимә. Тимәк, тәбиғәттең ҡырҡа үҙгәреүе ихтимал.
Был тарафтарҙа Европа менән Азия киҫешә. Тимәк, Европаның һәм Азияның үҫемлектәр, тереклектәр донъяһы ла аралаша. Шуға ла беҙҙең төп Урал һыртында, Учалы ерендә лә ике төрлө ҡыр кәзәһе, ике төрлө мышы, болан, һоро һәм вағыраҡ ҡара айыу, ике төр бүре, ҡыҙыл һәм һары төлкө һәм башҡа йәнлектәр осрай. Күлдәребеҙҙә ҡыр ҡаҙҙары, аҡҡоштар оя ҡора. Бөркөт, ыласындарҙың бөтө төрө бар. Үҫемлектәр донъяһы ла бай.
Беҙҙә хикмәт ифрат күп. Мәҫәлән, 1941–1942 йылдарҙа эвакуацияға килгән украин ботанигы башҡорт быуаттар буйы яуға, тормошта дауалауға ҡулланған алтынтамырҙы һүрәтләп яҙып, фән донъяһына асҡан. Асҡан да уға Radiola Yremelikit тигән исем таға. Төркисә түгел, ә әллә ҡайҙа ятҡан латин шәрифе Radiola йәбештерелә. Алтынтамырҙы хәҙер әллә нисә Ҡыҙыл китапҡа яҙһалар ҙа, ошо исем менән уны тиҙ генә кем табыр икән? Барлыҡ нәмәне глобалләштереү, техника артыуы тәбиғәт файҙаһына түгел. Минеңсә, хөкүмәт бер тинен йәлләп миллиондарҙы юғалта. Сәбәбе — етәкселәрҙең ватансылығы һай булыуында, тәбиғәттән алыҫ тороуында. Фән докторы булып та күкрәгеңдә илең, ерең, халҡың, ауыҙыңда туған телең юҡ икән, буш ҡыуыҡ булаһың.
Беҙҙең йылғалар башы төбәге Башҡортостанда тарихҡа иң бай урын. Бында меңәр йыл элек алтын, башҡа ҡиммәтле мәғдән табып, Бохара, Сәмәрҡәнд һәм башҡа алыҫ ҡала, илдәр менән алыш-биреш иткәндәр. Быға ҡаҙылған ҡурғандар дәлил.
Рәсәйҙең “алтын биҙгәге” шул ерҙән башланған. Ул биҙгәк бөгөн дә еребеҙҙең тәнен тартыштыра. Илдең алтын фондында (әлбиттә, Америкаға һатмаған булһалар) Эрмитажда һаҡланған самородоктар — ҙур алтын киҫәктәре нәҡ түбәнге Ирәмәл буйында Ташҡутарған соҡорлоҡтарында табылған. Унан башҡа бөтә район оҙонлоғона йәшмәлектәр билбауы ята.
Йылғалар өҫтөнән төп Урал һырты үтә. Был — Көнсығыш Урал. Шул оҙон армыт исеме бөтә таш билбауға бирелгән. Был ерҙәр Урал батыр, Сура батыр, Маянһылыу эпостарында сағыла. Өҫтә дәлилләгән яҙмаларымды кире ҡағыусы бер әҙәм дә табылмаҫ тигән фараздамын. Ул ҡиммәттәр беҙҙеке, башҡорт халҡыныҡы, тимәк, бөтә республика халҡы ҡиммәте. Был ерҙә башҡорт халҡының “Томан”, “Ғайса”, “Азамат”, “Хәтирәкәй”, “Ирәмәлкәй”, “Малбай”, “Туғанай”, “Иҫке Урал”, “Зарыҡай”, “Байсауыл” һәм башҡа йырҙар яралған.
Үрҙә килтерелгән мәғлүмәттәргә таянып, Башҡортостан Уралын һаҡлау өсөн биосфера ҡурсаулығын төҙөп, республиканың иң ҙур йылғаларының башын һаҡлау ниәтендә түбәндәгеләрҙе тәҡдим итәм:
1. Башҡортостандың иң ҙур йылғаларының — ҡитғаларға айырылып аҡҡан Мейәс — Мейесле, Уй, Яйыҡ, Ағиҙел, Әй, Йүрүҙәндең баштарын һәм улар баш алған төп Урал һыртын Ирәмәл менән бергә Башҡортостанға буйһонған тәбиғәт ҡурсаулығы итеү маҡсатҡа ярашлы.
2. Был милли тәбиғәт паркы карта буйынса Ирәмәл артынан төньяҡҡа, республика сиге менән иң төньяғына, Мулдаш ауылы аша Ҡорбан күле, Һәрәле, Ала күл, Туғайһаҙ, Ҡомас — Ирәндек тауҙарын, Өргөн күлен эскә алып, Яйыҡтың көньяҡ осо менән Урал армыты өҫтөн биләп, Ирәмәлгә ҡайтырға тейештер.
Ул ваҡытта дәүләтебеҙ ҡарары менән нығытылған ер табыш артынан ғына ҡыуыусыларға кәртә булыр ине.
Республика сиге буйлап урынлашҡан урман һәм һунар хужалыҡтарын да көсәйтеү буйынса эш файҙаға булыр. Юғиһә, йәнлектәр бөтә төр ҡоралдар менән ҡоралланған Баҡал, Һатҡы, Златоуст, Мейәс, Сыбаркүл, Силәбе, Магнитогорск браконьерҙарынан ҡасырға ер таба алмай.
Ирәмәлебеҙҙе, сәхрәләй туғайҙарҙы, йылғаларыбыҙҙың башын, шишмәләрҙе тик республикала ҡабул ителгән ҡанундар ғына һаҡлай ала.
Спартак ИЛЬЯСОВ.
Учалы районы.


Вернуться назад