Штраф уларҙы ҡурҡытмай30.11.2011
Уҡыусыларыбыҙға күңелһеҙ яңылыҡ еткермәксебеҙ. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, эш хаҡын түләү буйынса иң ҙур бурыс Киров өлкәһендә (123,4 миллион һум) һәм Башҡортостанда (114,1 миллион һум) теркәлгән. Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт йортонда эш хаҡы буйынса срогы сыҡҡан бурысты түләү мәсьәләһен ҡараған ведомство-ара координация советының ултырышында шул хаҡта һүҙ барҙы.
Быйыл ошо совет ултырыштарында бурыслы 31 ойошма етәксеһе менән һөйләшеү уҙғарылған. Һөҙөмтәлә егермеһе хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәрҙе ҡайтарған.
– Ҡайһы бер өлкәлә эш хаҡы буйынса бурыстың ни икәнлеген дә белмәйҙәр, ә беҙҙә 5 690 хеҙмәткәр эш хаҡы ала алмай. Бының сәбәбен асыҡларға, намыҫһыҙ етәкселәргә ҡарата ҡәтғи саралар күрергә ваҡыт, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов.
Ултырышҡа йыйылыусылар эш хаҡын ваҡытында түләмәүсе етәкселәргә ҡарата язаның йомшаҡ булыуын билдәләне. 200 мең һум эш хаҡы алыусы директорҙы 1,5 мең – 5 мең һумлыҡ штраф, моғайын, һис тә борсоуға һалмайҙыр.
Нурзиә ЙЫЛҠЫБАЕВА


Вернуться назад