Ауылда эш булмаһа, социаль контракт төҙө07.06.2016
Былтыр эш эҙләп алты мең кеше республиканан ситкә киткән. Был 2014 йылдағы менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк. Нигеҙҙә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына, Татарстанға, Мәскәү һәм Силәбе өлкәләренә юлланалар. Эшсе көстө иң күп юғалтҡан төбәктәр – Хәйбулла, Ҡыйғы, Учалы, Ишембай, Дүртөйлө райондары, Салауат, Сибай һәм Бәләбәй ҡалалары.

* * *
Халыҡтың йән башына аҡсалата уртаса килеме, үткән йылғы йомғаҡтар буйынса, 2014 йыл менән сағыш­тырғанда 7,7 процентҡа артҡан һәм 28 мең һум тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында – 27-се, Волга буйы федераль округында 4-се урындабыҙ.

* * *
Башҡортостанда эш шарттарына махсус баһа биреү әүҙемләшә бара. Уҙған йыл ошондай сараны үткәргән ойошмалар өс тапҡырға артты. Хәҙергә барлыҡ эшләүселәрҙең 57 процентының хеҙмәт шарттары тикшереү үткән.

* * *
Көрсөккә ҡаршы сараларға ярашлы, былтыр июлдә эшһеҙ ҡалған кешеләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Ошо мәлдән алып эш эҙләгәндәргә һәм яңы һөнәр алырға теләүселәргә 15-әр мең һумға саҡлы матди ярҙам бирелде. Быйыл республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Липецк өлкәһе миҫалында ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында социаль контракт төҙөүҙе ғәмәлгә индерергә ниәтләй.


Вернуться назад