Ҡарт алаша бураҙнаны боҙмай07.06.2016
Беҙҙең ил халҡының 20 проценты – пенсионерҙар. Был күрһәткес йылдан-йыл арта. Хаҡлы ял йәшенә еткәндәрҙең байтаҡ өлөшө үҙенең хеҙмәт коллективынан айырылырға теләмәй, һәм бының төп сәбәбе – пенсияның аҙ булыуы. Ләкин яңы уҡып сыҡҡан йәштәргә генә түгел, оло быуын вәкилдәренә лә эшкә урынлашыу ҡыйын.
Шундай мәҙәк хәлдәр ҙә була. Ниндәйҙер бер фирмаға эшкә урынлашырға килгән өлкән йәштәге иргә кадрҙар бүлегенең йәш кенә хеҙмәткәре былай ти: “Юҡ, беҙ йәштәрҙе генә алабыҙ, мин-минлеге көслө һәм ижади йәһәттән үҫергә һәләтле булғандарҙы!” Уға ҡаршы ир былай ти: “Шулай ҙа телефонымды яҙып ал, һеңлекәш, барыһы ла ижади үҫеш менән мауығып, эшләргә кеше ҡалмауы асыҡланһа, миңә шылтырат”.
Кешенең хеҙмәткә һәләтен билдәләгәндә закон уның иң түбәнге йәшен генә билдәләй (16 йәштән), ә иң юғарғы сик юҡ. Хәйер, ҡайһы бер ҡатламдарҙа (дәүләт хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорттары етәкселәре һ.б.) сикләү айырым вазифаларға ҡағыла, ләкин хеҙмәткә хоҡуҡты инҡар итмәй. Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға хатта күпмелер ташламалар ҙа ҡаралған: Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексы уларға йылына бер тапҡыр түләүһеҙ (административ) отпуск алырға рөхсәт итә, ә “Өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында”ғы Федераль закон ошо ҡатлам кешеләренә профессиональ әҙерлек алыуҙа һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.
Башҡортостанда ла бөгөн эшләп йөрөгән пенсионерҙар күп – 380 меңдән ашыу кеше, йәғни республикалағы барлыҡ пенсионерҙарҙың өстән бер өлөшө. Беҙҙә лә бының төп сәбәбе матди мохтажлыҡҡа ҡайтып ҡала: уртаса пенсия күләме былтырғы йомғаҡтар буйынса 11 мең 430 һум ғына тәшкил итте, ә 94 меңдән ашыу яҡташыбыҙ айына 8 мең һум ғына социаль пенсия ала.