Хеҙмәт хаҡын бөгөн бирегеҙ!07.06.2016
Хәҙерге хеҙмәт коллективтарында эске көсөргәнеш йыш ҡына эш хаҡының ваҡытында түләнмәүе арҡаһында тыуа. Ҡануниәт был йәһәттән етәкселәргә ҡарата етди талаптар ҡуя һәм матди яуаплылыҡҡа тарттыра ала, әммә барыбер хеҙмәт хаҡын һуңлап биреү осраҡтары һирәк түгел.


Күптән түгел Белорет райо­нындағы “Башхольц” йәмғиәтенең үҙендә эшләүсе 80 кешегә 1 миллион һум күләмендәге хеҙмәт хаҡы тотҡарланыуы асыҡланды. Был хәл ойошмала беренсе тапҡыр ғына түгел икән. Прокуратура тикшерә башлағас та, етәкселек бурысын тулыһынса ҡапланы. Тимәк, предприятиела эш хаҡы түләү өсөн аҡса булған?!
Ә бит эш хаҡын тотҡарлау кү­ләме арта бара: быйыл 1 ғинуарға ул республика буйынса 3 миллион 183 мең һум булһа, 1 майға ҡарата 8 миллион 781 мең һумға еткән.
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында эш хаҡы түләү тәртибе аныҡ билдәләнгән:
– хеҙмәт хаҡын биреү айына ике тапҡырҙан да кәмерәк бул­маҫҡа тейеш;
– түләү көнө ялға тура килә икән, эшләүселәр аҡсаны алда­ныраҡ алырға хоҡуҡлы;
– эшләүсе үҙенең күпме оклад, премия һ.б. алыуын, ни саҡлы­һының һәм нимә өсөн тотолоп ҡалыныуын бухгалтерия документтары аша күреп торорға тейеш;
– отпуск аҡсаһы ял осоро рәсми башланырҙан өс көн алдараҡ бирелә;
– эшләүсенең ризалығынан тыш уға хеҙмәт хаҡы “натурала”, йәғни предприятиеның продукцияһы менән түләнә алмай.
Ләкин эш биреүселәр элегерәк тә был ҡағиҙәләрҙе бик һанға һуғып бармай ине. “Иҡтисади көрсөк заманы” тигән һылтау менән хәҙер ундай осраҡтар күбәйә генә. Хеҙмәт хаҡы тотҡарлаған өсөн яуаплылыҡ 2007 йылда уҡ әле Енәйәт кодек­сының 145.1-се статьяһы менән билдәләнгәйне. Уға ярашлы, әгәр ҙә эш биреүсе үҙенең шәхси мәнфәғәттәрен ҡайғыртып хеҙмәт хаҡы түләүҙе ике айҙан ашыуға тотҡарлай икән, уға 120 мең һум штраф янай. Етәксе шулай уҡ биш йылға ҡайһы бер вазифаларҙы биләүҙән һәм хатта ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре бар. Аҡсаны түләмәү ауыр эҙемтәләргә килтергәндә эш биреүсене 500 мең һумға саҡлы штраф көтә.


Вернуться назад