Тауыш инмәһен тиһәң...03.06.2016
 Тауыш инмәһен тиһәң... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта яңы һәм зиннәтле автомобилдәр ҙә нисектер аңлашылмаған өн сығарып эшләй. Ә инде ябайҙары тураһында әйтәһе лә түгел. Ни өсөн?

Шуны дөрөҫ аңлау зарур: өр-яңы автомобиль алыу “тимер ат”ыңдың сәғәт кеүек эшләүен аңлатмай әле. Шуға күрә лә водителгә өҫтәмә мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алырға тура килә. Ҡайһы шофер тыштан килгән тауыштың мөмкин тиклем әҙ ише­телеүен теләмәй икән?! Бындай эште кемдер үҙе башҡара, автосервиста ла һеҙгә ярҙамға киләсәктәр. Тауышты кәметеү өлөшләтә һәм тулайым була.
Тулайым тигәне байтаҡ ваҡытты ала, уны оҫталар ғына башҡара. Ә бына урыны-урыны менән тишектәрҙе ҡаплауға һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡурҡмайынса тотона ала. Ишектәрҙе “ямау” иң киң таралғаны һанала. Уларҙың да төрлөһө була, завод нисек эшләп сығара бит әле. Ә ҡайһыһында ярыҡ булыуын еңел билдәләргә мөмкин. Берәй оҙайлы сәфәрҙән һуң ишектәрҙе асып ҡараһағыҙ, йәй икән, ҡайҙа саң йыйылыуын, ә ҡыш ҡар барлығын күрерһегеҙ.
Хәҙер төҙөлөш магазиндарында нимә генә һатылмай. Әйтәйек, резина таҫма һәм елем һатып алаһың да эште башлайһың. Бынан тыш кузовты ла йымлайҙар, хатта – тәгәрмәстең өҫтөн дә.


Вернуться назад