Юл-транспорт ваҡиғаларының сәбәптәрен тикшергәндә күп осраҡта юлды насар күреү төп сәбәптәрҙең береһе һанала. Быны томан йәки көслө ямғыр менән генә бәйләргә ярамай. Прогресс үҫешә, хәҙер яҡшы лампалар һәм “дворниктар” һатыла. Ә бына тирләгән тәҙрәләр, ысынлап та, насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.“Тәк, кисә кем байрам итте?” – тип шаярырға яратабыҙ тирләгән тәҙрәләргә ҡарап. Ысынлап та, тик томалдан ниңә былай килеп сыға? Был фән телендә “ысыҡ нөктәһе” тип атала. Быны күптәр белмәй, әммә һәр водитель уның менән осраша. Әгәр ҙә салонда еүеш әйберҙәр (аяҡ кейеме, өҫ кейеме, сепрәк-сапраҡ, ҡулсатыр һ.б.) ятһа, машинағыҙҙың тәҙрәһе тирләй.
Хәҙер климат-контроль системаһы булған автомобилдәр заманы. Заман ҡоролмаһы төҙөк түгел икән, шулай уҡ тәҙрәгеҙҙә “томан” күрерһегеҙ. Әйтәйек, дымды ҡыуа торған махсус тишек ҡапланған осраҡта артыҡ конденсат ҡайҙа барһын, әлбиттә, тәҙрәгә йәбешәсәк. Улай ғына ла түгел, машинаны һыуытыу ролен үтәгән шыйыҡса радиаторҙан аҡҡан осраҡта ла шундай хәлгә тарыясаҡһығыҙ.
Бәләнән тиҙ арала ҡотолоу юлы – салонды елләтеү йәки йылытыу. Атай-олатайҙар ысулын ҡулланыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирәсәк: тәҙрәне ҡыҫып ҡуйһағыҙ, күп тә үтмәҫ, бер тамсы ла һыу ҡалмаҫ. Бынан тыш хәҙер ниндәй генә химик һиптерткестәр юҡ...