Рәмиләнең “ҙур сумка”һы03.06.2016
Рәмиләнең “ҙур сумка”һы Тәү ҡарашҡа бик нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ: һығылмалы бил, нескә яурындар, яғымлы ҡараш. Күптәр уның ике баһадирҙай ул һәм сәскә кеүек һылыу ҡыҙ үҫтереүен белмәйҙер ҙә әле. Әҙәбиәт өлкәһендә үҙ тауышы булған, үҙенә генә хас алымдар ҡулланып ижад иткән автор Рәмилә ТОРОМТАЕВА – һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы. Әммә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас саялыҡ бар унда. Бер эшкә тотондомо – осона сыҡмайынса туҡтамай, әйттеме – уны үтәмәйенсә ҡуймай.
Хәйер, уны белеүемә лә бик күп йылдар үткәндер. Тәү осрашҡанда ҡулындағы машина асҡысына иғтибар иткәйнем-итеүен, әммә үҙенең рулгә ултырыуына бер аҙ шикләнгәйнем. Бушҡа булған икән, Рәмилә Юлай ҡыҙы “ҡорос ат”ты ысынлап та йүгәнләгән булып сыҡты.



– Машина йөрөтөүемә тиҙҙән ун йыл тула, – тип һүҙен башланы әңгәмәсем. – Бер ваҡытта ла “үҙем йөрөтөрмөн” тигән уй башыма ла кереп сыҡманы. Уйламағанда бер саҡ райондан ҡайнаға менән ҡәйнеш килде. Улын автомобиль йөрөтөүгә танытма алыу өсөн уҡытырға аҡса түләгән, әммә ҡәйнеш ни өсөндөр баш тартҡан, уҡырға барғыһы килмәй. Тормош иптәшемә ағаһы шул аҡсаны кире ҡайтарыу хаҡында кәңәшләшергә килгән. Ирем шул саҡта, “Ниңә аҡсаңды кире алаһың, беҙ уларҙы һиңә бирәйек тә, Рәмилә барһын уҡырға”, – тип кәңәш бирҙе. Уның һүҙҙәренә бер аҙ аптырап ҡалдым, етмәһә, ҡулымда бәләкәй бала, уны ҡайҙа ҡалдырам тип баш ватып та өлгөрмәнем: “Еңгәй, Кәримде үҙем ҡарайым, бар уҡы”, – тип Азамат ҡәйнешем дә хупланы.
– Имтихандарҙы тәү тапҡырҙан уҡ тапшыра алдыңмы һуң?
– Әлбиттә! (Көлә). Мин бит тырыш уҡыусы. Теләһәм, булдырам. Кискеһен уҡырға барам да, иртәнсәк ғаиләмде эшкә һәм уҡыуға оҙатҡас, Кәрим йоҡлаған ваҡытта төрлө ҡағиҙәләрҙе ятларға тотонам. Үҙебеҙҙең машина булғанлыҡтан, теләйһеңме-юҡмы, юлдағы күренештәрҙе, һинән алдағы машинаның нисек барыуын күҙәтергә тура килә. Шул ыңғайҙа ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе лә мейемә һалып йөрөгәнмен икән. Ә инде уҡый башлағас, үҙем дә ныҡлап иғтибар итергә тотондом. Еңел бирҙем имтиханды, инструкторҙан алып бөтмәгән белемде иремдән алдым, ул бар яҡлап ярҙам итте.
– Шулай итеп, һинең ҡулдар – рулдә...
– Юҡ шул. Тәүҙәрәк ҡулымда таныҡлығым булһа ла, үҙемде йөрөй белмәгән водитель тип уйлай торғайным. Нисектер машинала йөрөү мохтажлығы ла булманы. Етмәһә, декрет ялындамын, рулгә ултырғанымда һәр саҡ эргәлә иптәшем булды. 2008 йылда ҡыҙыбыҙ мәктәпкә барҙы, үҙебеҙ Алтын ҡасабаһында йәшәйбеҙ. Көн һайын уны мәктәпкә алып барырға, аҙаҡ алып ҡайтырға кәрәк. Ул саҡта хәҙерге кеүек “ГАЗель”дәр йыш йөрөмәй, сәғәт буйы автобус көтөргә тура килә. Иптәшем бер-ике көн йөрөттө лә: “Эштән өлгөрә алмайым, Йәмиләне үҙең йөрөт”, – тип машина асҡысын ҡалдырып китте.
Тәүҙә бер аҙ ҡурҡыңҡырап рулгә ултырҙым, көнөнә ике тапҡыр Сибайға сығырға тура килде бит. Яңы алынған “Нексия”. Ир-ат автомобилен йәлләй бит, минең ирем дә шулай итә кеүек, насар йөрөткәнемде һиҙәм бит инде. Уңайын табып, шул турала һораным. Һуңынан: “Мин һиңә балаларымды йәлләмәй ышанып ултыртып ебәрәм әле”, – тигән яуабын ишеткәс, ышанысын аңланым.
Билдәле, бер юл менән барам да кире ҡайтам, машинаны һәр көн ҡапҡа алдында ҡалдырам, сөнки инергә ҡурҡам, төкөтөрмөн кеүек тойола. Бер көн эштән ҡайтҡас, ирем үҙе ҡулы менән күрһәтеп, миңә ҡапҡа аша инергә дәрес биреп маташты. Рулгә ышаныслы ултырҙым, хәҙер бер аҙ стажым да бар бит инде (йылмая). Шатыр-шотор итеп ҡапҡаны төкөттөм бит. Ир миңә аптырап ҡарап тора. Эш боҙғанымды аңланым, тик һуң инде. Ипләп кенә машина ишеген бикләнем дә ҡурҡышымдан тик ултырам. Зәбир бер машинаға ҡарай, бер миңә текәлә. Тәмәкеһен тоҡандырып, тартып бөтөп, ергә ташланы ла өйгә инеп китте. Хәҙер килеп сығыр ҙа ҡысҡырырға тотонор, тип уйлайым. Сыҡҡан кеше лә, әрләүсе лә юҡ.
Ултырып арып киттем, ипләп кенә өйгә индем. Кем менәндер телефондан һөйләшкәне ишетелә: “Водитель яғы вис китте, өр-яңы машина”, – тип әйткәндәрен өҙөк-һурыҡ ишеттем дә аш бүлмәһенә үттем. Яныма сығып: “Төкөгән машинаң менән үҙең йөрө,” – тине лә бүлмәгә инеп китте. Бер көн торҙо шул килеш машина, ике-өс көн торҙо. Шунан ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты, бер аҙна тигәндә, сыйылған ерҙәре ҡайтанан буялып, төкөлгән урындары төҙәйтелеп, өр-яңы кеүек килеп ултырҙы. Иремдең: “Бағананы төкөнөң, кешене төкөтөп ҡуйма. Иғтибарлы йөрө”, – тигән һүҙҙә­ренән һуң һәр саҡ абай булырға тырыштым.
– Ҡатын-ҡыҙ күберәк автомат коробкалы машиналарға өҫтөнлөк бирә. Ә һин, киреһенсә, ир-ат ауыҙлыҡлай торған “Нива”, Ниссан”дарҙа елдерәһең...
– Сөнки миңә һәр нәмәне тойоу мөһим. Тиҙлектең алмашынғанын белеп-һиҙмәһәм, нисектер үҙемде ышаныслы тоймаған кеүекмен. Бейек машиналарҙа йөрөп өйрәнелде, бына та­ныштарҙың тәпәшерәктәренә ултырып ҡараһам, уңайлылыҡ һиҙмәйем. Хәҙер үҙемде тәжрибәле водитель тип һанайым, ҡыш көрт өйөмөнә барып сумған ваҡытта ла, ҡойоп яуған ямғырҙа, ташлы-таулы урындарҙа ла нисек йөрөргә беләм. Әйткәндәй, бындай оҫталыҡ һәр ҡатын-ҡыҙ ҡулынан киләлер тип уйламайым.
Автомобилһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Минең өсөн машина ҙур сумка кеүек. Унда минең нимә генә ятмай: дәрескә кәрәкле китап-әсбаптарҙан алып көндәлек кейем, бер нисә пар туфли. Машинамда биҙәнеп тә алам, кәрәкле кешеләргә шылтыратып алырға ла өлгөрәм. Иң рәхәте – ауыр әйбер күтәрергә кәрәкмәй. Ҡатын-ҡыҙ магазинға керһә, үҙегеҙ беләһегеҙ, нимә генә алмай. Уларҙың барыһын да “ҙур сумка”ма тейәп алам да рәхәтләнеп ҡайтып китәм.
– Юғары тиҙлектә йөрөргә яратаһыңмы?
– Әлбиттә! Тик беҙҙең юлдар ундай теләкте тиҙ һүндерә. Күптәр: “Шәп йөрөйһөң!” – ти. Әммә был комплимент юлда шәп елдерәһең тигәнде аңлатмай, ә яҡшы йөрөйһөң тигән мәғәнәлә.
– Юлда мажараларға тарығаның бармы?
– Унһыҙ нисек инде! Бер саҡ Хәйбуллаға аятҡа саҡырҙылар, рулдә – мин. Иптәшем эргәлә телефондан һөйләшеп килә, юлда һыйыр көтөүе күренә. Юғары тиҙлек менән елдерәм генә. Ирем телефондан айырылмай ғына: “Яйла, һыйырҙар”, – тине. Бер әйтте, ике әйтте, мин һаман ишетмәйем, тиҙлекте юғалтҡым килмәгәндер, күрәһең. “Әйттем бит, тормозни!”– тип ҡыс­ҡырыуына кинәт тормозға баҫып өлгөрҙөм, юлдағы һыйырҙар өҫтөнә саҡ барып менмәнем. Үҙемде тиҙ генә ҡулға алдым да машинаны ҡабаттан тоҡандырҙым.
Ҡунаҡҡа барып ингәс, барыһы ла беҙгә ҡарай, үҙҙәре өндәшмәй. Түҙмәне ҡайнаға, ипләп кенә ситкә саҡырып: “Килен, нисек, барыһы ла яҡшымы?” – ти. Шунда ғына уларҙың юлдағы хәлде белеүҙәре, шуның хаҡында һорашырға теләүҙәрен аңланым. Ирем улар менән телефондан һөйләшеп килгән дә, миңә туҡтарға ҡушып ҡысҡырғас, бер-бер хәлгә тарынылармы икән, тип борсолғандар икән. Беҙ бер нимә булмағандай килеп ингәс, аптырағандар. Ошо ваҡиға ғүмерлек һабаҡ булды.
– Бүтәндәргә теләктәрең...
– Юлда бер-береһенә иғти­барлы һәм ихтирамлы бул­һындар. Ҡағиҙәләрҙе боҙма­һындар, һәр кемдең үҙ арғымағы үҙенә яҡын һәм ҡәҙерле, шуның теҙгенен дөрөҫ тартыу – һәр водителдең иң мөҡәддәс бурыстарының береһе.
– Рәхмәт! Юлдарығыҙ һәр саҡ тигеҙ булһын, имен-һау йөрөргә яҙһын!





Вернуться назад