Сәмрәгәт нимә ул?03.06.2016
Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан көн дә бихисап хат алабыҙ. Улар араһында төрлөләре һәм ҡыҙыҡлылары бар. “Тәгәрмәс” махсус сығарылышын айырыуса оҡшатыуҙары тураһында яҙалар. Шул иғтибарға лайыҡ, хатта юморға ла урын бүлгәндәр.
Мәҫәлән, Көйөргәҙе районынан Ирәндек тигән ағай “тәгәрмәс” һүҙенең хәрефтәренән таң ҡалдырғыс һөйләмдәр төҙөгән. “Тимерлектә Әкрәмдең “ГАЗел”е Әлифәнең рөхсәте менән әрәмәлеккә сигенде” тигәне – шуға асыҡ миҫал. Ә быларына ҡарашығыҙ нисек? “Таһир әйткән Гәрәйгә, әстәғәфирулла, раббым, мине әҙерәк сыбыҡлаһағыҙсы” йәки “Ташбулат әфлисунды “ГАЗик”та – әҙерәк, редисканы мулыраҡ әпкитергә самаланы”. Ошоларҙан да ауыҙ иттерәйек – “Тракторсы Әсләмдең гаражын, әллә ризалатмайынса, минең әсәйгә “сумдырҙы”. Тағы ла берәү – “Тәгәрмәс әгәр гел әйләнһә, рәхмәт миңә әйт, серҙәшем”. Ул “тәгәрмәс” һүҙен киреһенсә “сәмрәгәт”кә әйләндергән дә шул уҡ ысул менән йәнә һөйләм төҙөгән. “Сәлимә әллә металды, рессорҙымы, әллә гирҙе әхирәтенә тейәне”.
Бына һиңә, мә!