Ғибәҙәт боҙолмаһын тиһәң...03.06.2016
Рамаҙандың тәүге изге кисендә йәстү намаҙынан һуң беренсе тәрәүех уҡыла. Был ғәмәлде мәсеткә йыйылып, йәмәғәт менән башҡарыу айырыуса сауаплы булыр. Ә ураҙа тотҡанда ниндәй эштәр ҡылырға ярамай һуң?

Бына улар: файҙаһыҙ, әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү; ике көн буйы ифтар ҡыл­майын­са ураҙа тотоу; мунсала оҙаҡ ултырыу; бәләкәй генә булһа ла дарыу йотоу; яҡынлыҡ ҡылыу һәм башҡалар.
Әҙәм балаһы хаталыҡ менән һыу йотһа, ауыҙына ҡар, ямғыр тамсыһы инһә, яңылышлыҡ менән сәхәрҙе һуң ашаһа, иртәрәк ауыҙ асһа, ғибәҙәте боҙолор. Уға был көндәр өсөн Рамаҙандан аҙаҡ ураҙа тоторға кәрәк булыр.



Вернуться назад