Бер уртлам һыу ҙа етә03.06.2016
Рамаҙан айында ауыҙ астырыу йәки ифтар ҡылдырыу изге ғәмәлдәрҙән һанала. “Ундайҙарға Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер”, – тиелгән хәҙистә.


Шулай уҡ: “Әгәр ҙә ки кемдер ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тип әйтелгән.
“Эй, Аллаһ илсеһе! Әгәр бәғзе берәүҙең ураҙа тотҡан кешенән ауыҙ астырыу өсөн ашатырға ризығы булмаһа, нимә эшләргә?” – тип һораған сәхәбәләр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән. Пәйғәм­бәребеҙ иһә шулай яуаплаған: “Бер йотом һөт, уныһы ла булмаһа, уртлам һыу бирһен”.
Ауыҙҙы тоҙ менән асырға мөмкин. Шулай ҙа һыу ҡулланыу яҡшыраҡ һанала. Емеш, айырыуса хөрмә менән асыу ҙа һәйбәт.


Вернуться назад