Быйылға түләм күпме?03.06.2016
“Фытыр саҙаҡаһы бирелмәйенсә, Рамаҙан айында ҡылған изге ғәмәлдәр һәм ураҙа Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Саҙаҡаның хаҡы беҙҙә быйыл түбәндәгесә.
* Матди хәле уртасанан түбән мосолмандар өсөн – ғаиләнең һәр ағзаһынан 50 һум.
* Урта хәллеләргә – ғаиләнең һәр ағзаһынан 150-шәр һум.
* Хәллеләргә – ғаиләнең һәр ағзаһынан 250-шәр һум.
* Ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн фидиә саҙаҡаһының күләме – 150 һум. Был сумма төбәктәге төп аҙыҡ-түлектең хаҡына ҡарап иҫәпләнә. Ошо аҡса өлкән кешене бер көн туҡландырыуға етергә тейеш. Әгәр мосолман ай дауамында ураҙа тота алманы икән, 4 350 һум фидиә саҙаҡаһы бирә.
* Зәҡәттең нисәбе – 225 мең һум.