Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө һәм изге Рамаҙан айы алдынан Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы менән Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты “Рисәләт-Послание” гәзите һәм islamrb.ru сайты редакциялары ярҙамында Өфөлә конкурс ойоштороп, республиканың йәш быуын вәкилдәре араһынан Ҡөрьән сүрәләрен яттан иң яҡшы һөйләүселәрҙе асыҡланы.Сара мәҙрәсә алдындағы майҙанда изге Ҡөрьән аяттарын уҡыуҙан башланды. Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры Илдар хәҙрәт Малахов, йыйылыусыларҙы тәбрикләп, рухи тәрбиә, әхлаҡ нигеҙҙәренең бала күңелен бәләкәй саҡтан уҡ биләргә тейешлеген билдәләне. Ҡаһирәләге “Әл-Әзһәр” университетынан Өфөгә белем биреү маҡсатында килгән шәйехтәр ҙә телмәр тотто. Әйткәндәй, был остаздар араһында Ҡөрьән-хафиздар, йәғни изге китапты тулыһынса яттан белгәндәр бар. “Динде яҡшыраҡ белгән һайын кешенең күңеле нығыраҡ сафлана. Ундайҙарҙың һүҙе йөрәк түренән сыҡҡанға яғымлыраҡ, тәьҫирлерәк һәм һис ялҡытмай”, – тине Илдар хәҙрәт Малахов.
Артабан конкурста ҡатнашыусыларҙы, автобусҡа ултыртып, Дуҫлыҡ монументына табан алып киттеләр. Йылдағыса, һынауҙар теплоходта барасаҡ икән. Балалар үҙенең белем кимәлен күрһәтеп тә, ял итеп тә өлгөрә.
Элек Ҡөрьән сүрәләрен ятлаусылар ярышының ҡайһы көндә үтәсәге хаҡында бер нисә ай алдан хәбәр итер булғандар, тик быйыл ниңәлер һуңлағандар. Шуға ла ҡатнашыусылар аҙыраҡ. Ҡайһы бер райондарҙан вәкилдәр күренмәне. Уның ҡарауы, конкурс йәнле генә барҙы. Күрәһең, йылдан-йыл көслөрәк, һәләтлерәк балалар ҡатнаша.
Белорет районы командаһы ярышта алтынсы йыл рәттән ҡатнаша. Етәкселәре, Межгорье ҡалаһындағы мәсеттең имам-хатибы Фәтих хәҙрәт Фәтҡуллин әйтеүенсә, Белорет ҡалаһынан, Көҙйылғанан, Татлынан, Уҫманғәле менән Исмаҡайҙан йыйылып, ике автобуста юлға сыҡҡандар.
– Нисәмә йыл инде үҙебеҙҙең район кимәлендә Исмаҡай ауылында ла Ҡөрьән уҡыусылар бәйгеһе ойошторабыҙ, – ти Фәтих хәҙрәт. – Былтыр көҙ ярышырға йөҙҙән ашыу бала килгәйне. Уларҙың береһе лә баһаһыҙ ҡалмаһын, дини белемгә ынтылыштары, дәрттәре һүрелмәһен өсөн хәлебеҙҙән килгәнсә тырышабыҙ. “Ҡөрьәнде өйрәтеү – кешегә ата-әсәһе бирә алған иң ҙур мираҫ”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Уҫманғәленән Рәфис хәҙрәт ҡатыны һәм өс улы менән килгән. Өлкәндәре – 11 йәшлек Фәтих – менән һөйләшәбеҙ. Ул 4 йәшенән бирле уҡый аяттарҙы, хәҙер инде дүрт тиҫтә самаһы сүрәне белә. Конкурста тәүге ҡатнашҡанында бер ниндәй ҙә урын алмаған булған, унан һуңғыларында иһә гел I, II дәрәжә дипломдарға өлгәшкән. Ҡустыһы Билал да тырышлыҡ, зирәклек менән алдыра. Иң бәләкәстәре лә бер нисә йылдан ағайҙары юлына баҫыр, моғайын.
Ғафури районының Һабай һәм Ҡауарҙы ауылдарынан да өмөтлө балалар менән таныштыҡ. Байтаҡ район һәм ҡаланан бар ине вәкилдәр. Улар имтихан үткәрелгән бүлмәгә этеш-төртөшһөҙ генә инә, белгәндәрен тыныс ҡына һөйләп бирә. Береһенең дә йөҙөндә еңеүгә, башҡаларҙы уҙыуға ынтылыш юҡ. Үҙ көсөн һынау ғына мөһим кеүек барыһына ла. Жюри ағзалары диҡҡәт менән тыңлай, өҫтәмә һорауҙар биргеләй. Ярыш шарттары буйынса 7 йәшкә тиклемгеләр “Әл-Фил”дән “Ән-Нәс”кә тиклемге сүрәләрҙе ятларға тейеш булды, 7-нән 12 йәшкә саҡлыларға “Әл-Фәджр”ҙән аҙаҡҡыларын һөйләргә кәрәк ине, 12 – 16 йәшлектәрҙән иһә “Ҡөрьән-Кәрим”дең 30-ҙан бер өлөшөн белеү талап ителде.
Ике сәғәт буйы теплоходта йөҙөп, өйлә намаҙы ваҡытына ғына мәҙрәсәгә кире ҡайттылар. Унда балаларҙы тәмле былау, рәхәт-лукум, татлы емештәр һәм, әлбиттә, еңеүселәрҙе бүләктәр көтә ине. Беренсе урын алғандарға ноутбук бирһәләр, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн кеҫә телефоны, спорт ҡорамалы һымаҡ ҡиммәтле әйберҙәр тапшырылды.