Эсәр һыуы – Ғәрәп илендә03.06.2016
Эсәр һыуы – Ғәрәп илендә Тыуған ере менән бер рәттән йәшәгән урынын да берҙәй яратыусылар хәтһеҙ арабыҙҙа. Билдәле, яҙмыш елдәре әҙәм балаһын илдең генә түгел, хатта донъяның төрлө тарафына юлландыра. Бәндәне эсәр һыуы йөрөтә тиеүҙәре лә раҫтыр. Хәйер, булдыҡлы, һис бер эштән ҡурҡмаған, тәүәккәлдәр ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, теләһә ниндәй шарттарҙа ла үҙенә юл яра, төрлө яҡлап асылын аса.
Әйтелгәндәргә миҫалды оҙаҡ эҙләйһе түгел. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәгән Исмәғил Шәңгәрәевте генә алайыҡ. Уның ҡитғаның был өлөшөнә аяҡ баҫыуына тиҫтә йыл. Бер уйлаһаң, кеше ғүмере өсөн әллә ни оҙаҡ та түгел. Әммә ошо ғына ваҡыт арауығында Исмәғил Ҡәләметдин улын үҙен төрлө яҡлап асҡан көслө шәхес тип һис икеләнмәй атарға мөмкин.


Дубайға юлланыуы ла үҙен һынап ҡарау теләгенән, күмәк бала атаһы булараҡ, балалары хаҡында хәстәрлек күреү теләгенән, ҙур яуаплылыҡ тойоуынандыр, моғайын. Ғәзиздәре саф һауа һулап, диңгеҙ һыуында һәм сағыу ҡояш нурында ҡойоноп үҫһен, хәләл ризыҡ менән туҡланһын тип тәүәккәлләгән тыуған яғынан күсенеп киткәндә. Ә балаларына килгәндә, күптәр көнләшерлек – йән киҫәктәре ун бер бөртөк! Заманында киләсәк­тәрен уйлауы, хәстәрлек күреүе, шәриғәт ҡанундары буйынса тәрбиәләүе, хәләл ризыҡ менән туҡландырыуы һәм тыныс мөхиттә үҫтереүе һис тә бушҡа булмаған. Ул-ҡыҙҙары, кейәү-килендәре – әле төп таянысы ла, ярҙамсылары ла. Ете ейән-ейәнсәргә һөйөклө ҡартатай ҙа ул. Ғөмүмән, Исмәғил Шәңгәрәев өсөн ғаилә – ысын мәғәнәһендә ҡәлғә. Ул – ғаилә башлығы өсөн илһам сығанағы, ҙур эштәргә ҡанатландырыусы. Ҡатыны Мәр­йәмде лә уң ҡулы тип иҫәпләй. Дүрт балалары сит мөхиттә тыуһа ла, туған телен, халҡының ғөрөф-ғәҙәтен белеп үҫә.
Әйткәндәй, Исмәғил Ҡәлә­метдин улы үҙе лә дүрт телдә иркен аралаша. Хәҙер инде ул Ғәрәп Әмирлектәренең Шарджа ҡалаһында үҙен эре эшҡыуар булараҡ яҡшы танытҡан. Бер нисә йүнәлештәге эше, шөкөр, гөрләп бара. Шуны әйтергә кәрәк: һәр береһе үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Мәҫәлән, “Дан” ойошмаһында күсемһеҙ милек тәҡдим итеү, һатыу һәм ҡуртымға биреү менән шөғөлләнәләр. Икенсе йүнәлештәгеһе туҡландырыуға бәйле. Был илгә аяҡ баҫҡан туристарҙы һәм ҡунаҡтарҙы милли ризыҡ менән һыйлау маҡсатында “Ҡазан” рестораны асып ебәрә ул. Унда милли аштар менән һыйланырға була. Йәнә “Шан” тип аталған туристик ойошмаһының эше лә берҙәй уңышлы бара. Ул Ғәрәп Әмирлектәренә килгән сәйәхәт­селәр, туристар өсөн экскурсия ойоштороуға ҡоролған: донъяның был илаһи мөйөшө менән таныштыралар, иҫтәлеккә фотоға, видеоға төшөрөү менән шөғөлләнәләр.
Эшҡыуарлыҡҡа, ғәҙәттә, үҙенә маҡсат ҡуйған кеше тотона. Ә алға ынтылыу теләге һәр кемдә лә була, тик уны тормошҡа ашырыу өсөн тәүәккәл тотонорға һәм ҡурҡмаҫҡа кәрәк тип иҫәпләй мәҡәлә геройы. Үҙенә килгәндә, ниндәй генә йүнәлештә эш башламай ул! Йәш сағында тауыш яҙҙырыу студияһы аса, кассеталар яҙҙырыу кооперативы ойоштора, артабан илдә мәсет һәм мәҙрәсәләр һанын арттырыу менән шөғөлләнә... Унан Мәскәүгә күсеп, күсемһеҙ милек йүнәле­шендәге эшҡыуарлыҡҡа тотона.
Ҡанаты ныҡлы ҡошҡа осоу өсөн бейеклек кәрәк булған кеүек, үҙ көсөнә ышанған ир-уҙаман Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә юллана. Донъяның был мөйөшөн һайлап һис кенә лә яңылыш­маған, еренә лә, тәбиғи шарттарына ла тиҙ күнегә. Илдәр араһындағы хәл-ваҡиғаларға бәйле тыуған көрсөк һәм санкциялар ҙа уфтандырмай уны. Ундай ауырлыҡтарҙың, киреһенсә, ҙурыраҡ эштәргә дәртләндереүен билдәләй. Хәйер, бында үҙ эшеңде асыу өсөн кәртәләрҙең юҡлығы, керемдән һалым түләмәү, хеҙмәтең үҙең өсөн генә булыу дәртләндерә торғандыр. Бынан тыш, дәүләт ярҙамын да тояһың.
Ырымбур өлкәһенең Әсекәй ауылында тыуып үҫкән Исмәғил Шәңгәрәев әйтеүенсә, һәр осорҙоң үҙгәрештәрен йәһәт тотоп алыу һәләте унда ҡандан киләлер. Өҫтәүенә ун бер балаға йән бирергә генә түгел, аяҡҡа баҫтырырға ла, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтергә лә кәрәк бит. Бына шундай ҙур ғаилә башлығы, эшлекле шәхестәрҙең береһе ул замандашыбыҙ.




Вернуться назад