Алдашыусылар булғанда, алданыусылар табыла15.03.2012
Алдашыусылар булғанда, алданыусылар табылаСауҙа баҙары төрлө ҡитғанан тауарҙар менән тыңҡыслап тултырылған, хеҙмәттәр күрһәтеү төрө көндән-көн артҡан заманда аҡсаңды “һыуға һалыу” сәбәпле көйөнөү, алданыуҙан кәйефең ҡырылыу һис тә ғәжәп түгел. Алтын тауҙар уҡ вәғәҙә итмәһәләр ҙә, һатып алған әйберҙең сифатлы, хеҙмәтләндереү кимәленең юғары буласағына ышандыра беләләр беҙҙә. Шуға күрә йыш ҡына “кәкре ҡайынға терәтеүҙәрен” һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ҡулланыусыларҙың үҙ хоҡуҡтарын яҡларға ынтылышы ла, ошо өлкәләге закондарҙы белеү кимәле лә күтәрелә. Әммә ҡулланыусылар баҙары ла үҫешә. Шуның менән бергә закон талаптарын боҙоуҙар ҙа йышыраҡ күҙәтелә.
— Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәр кәмемәй. 1992 йылда ғәмәлгә ингән “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Закон сауҙа баҙарындағы, хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендәге бәхәсле һәм сетерекле хәлдәрҙе көйләүҙә — төп таяныс. Граждандарыбыҙ ошо закондың барлығын яҡшы белһә лә, унан барыһы ла дөрөҫ файҙаланырға өйрәнгән тип әйтергә иртәрәк әле. Миҫал өсөн бер нисә осраҡ менән таныштырып үтәйек, — тине Өфө ҡалаһы хакимиәтенең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бүлегенең Совет районындағы белгесе Рәмилә Әхмәҙишина.

Алдашыусылар булғанда, алданыусылар табылаБеренсе осраҡ.
Булат ипотека буйынса фатир һатып алған һәм яңы йортҡа тип ҡиммәтле көнкүреш техникаһына заказ биргән. Уға түләү өсөн дә кредит юллаған.
“Фатирға күптән ремонт яһаныҡ. Әммә хаҡы түләнгән тауарҙы әлегәсә күргәнебеҙ юҡ. Биш йыл көтәбеҙ инде. Килешеүҙе ҡабаттан да төҙөнөк, ләкин ундағы шарттар йәнә үтәлмәй. Хәҙер нимә эшләргә лә белмәйбеҙ. Көнкүреш техникаһы кәрәк, шуға унан баш тартҡы килмәй. Әллә күпме ваҡыт көткәс, ғауғалашып та йөрөргә теләмәйем. Компенсацияһына ла өмөт итмәйем”, — ти аптырашта ҡалған ҡулланыусы.
Белгес кәңәше:
— Ҡулланыусыға, сауҙа ойошмаһына яҙма дәғүә белдереп, магазин хакимиәтенә бирергә кәңәш ителә. Унда сауҙа нөктәһенең бурыстары һәм килешеү буйынса билдәләнгән ваҡытта үтәлмәүе аныҡ күрһәтелергә тейеш. Әлеге хәлдә ҡулланыусыға, көнкүреш техникаһынан баш тартмауын иҫәпкә алып, магазинға хеҙмәтте атҡарыу өсөн күпмелер ваҡыт билдәләргә һәм яуаплылығы хаҡында иҫкәртергә кәрәк. Тауар яңынан билдәләнгән ваҡыт эсендә килтерелмәһә, судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр булыуығыҙҙы белдереү мотлаҡ. Ул сағында көнкүреш техникаһы өсөн түләнелгән аҡсаны, уны файҙаланған өсөн процентты һәм әхлаҡи зыян килтерелеүҙе ҡаплатыу талап ителәсәк. Шулай уҡ суд бәхәсте үҙ ирке менән көйләмәгән өсөн 50 процент күләмендә штраф та һаласаҡ.

Икенсе осраҡ.
Сәүиә, күршеһенән күреп, шул уҡ фирманан тәҙрә ҡуйҙыртырға булған. Хеҙмәткәрҙәр уның теләген диспетчерға еткергән. Иртәгәһенә үк тәҙрә үлсәмен алырға килгәндәр, тағы бер көндән ике эшсе өс сәғәт эсендә тәҙрәләрҙе алмаштырып та киткән. “Тиҙ арала атҡарыуҙарына бик ҡыуандым. Йәй ине, ә проблемалар ҡыш башланды. Рамдар тығыҙланмаған икән, ел үтә, быяла пакет эсендә һыу йыйыла. Ошо етешһеҙлектәр хаҡында әллә нисә тапҡыр шылтыратып әйтһәм дә, килмәнеләр. Шунан бөтөнләй яуап бирмәй башланылар”, — тип көйөнә хужабикә.
Белгес кәңәше:
— Тәү сиратта фирманың ҡайҙа урынлашыуын йәки теркәлеүен асыҡларға кәрәк. Артабанғы аҙым — дәғүә әҙерләү. Унда фирманың килешеү буйынса бурыстарын, эш сифатына ҡарата ниндәй дәғүә белдерелеүен күрһәтеү мотлаҡ. Әлбиттә, талаптың аныҡ булыуы мөһим. Был осраҡта, һис шикһеҙ, быяла пакет, тығыҙлаусы резина алмаштырылырға, фурнитура ҡышҡы миҙгел өсөн көйләнергә тейеш. Фирмаға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн аныҡ ваҡыт билдәләргә, үтәлмәгән осраҡта, судҡа мөрәжәғәт итәсәгегеҙ хаҡында иҫкәртергә кәрәк.

Өсөнсө осраҡ.
Артурға ата-әсәһе ноутбук һатып алған. Гарантияһы — 1 йыл. Ике көндән һуң ул эшләүҙән туҡтаған. Магазинға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмаған. Тауар гарантияла булғас, егетте сервис үҙәгенә ебәргәндәр. Унда ноутбукты алып ҡалып, бер аҙна эсендә йүнәткәндәр. Бер айҙан һуң ноутбук йәнә тынып ҡалған. Сервиста яңынан ҡабул итергә булғандар. Артур магазинға мөрәжәғәт итеп, сифатлыһына алмаштырыуҙы талап иткән, ләкин яңыһын биреүҙән баш тартҡандар.
Белгес кәңәше:
— Ноутбуктың етешһеҙлеге һатып алғандан һуң тәүге ике көндә асыҡланһа ла, ҡулланыусы хоҡуғынан файҙаланмаған. Закондың 18-се статьяһына ярашлы, техник яҡтан ҡатмарлы тауар һатып алғандан һуң 15 көн эсендә ҡулланыусы сифатлы ноутбукка алмаштырыуҙы йәки аҡсаһын ҡайтарыуҙы талап итә ала. Бының өсөн яҙма рәүештә ғариза бирергә (дәғүә белдерергә) кәрәк. Икенсе тапҡыр шул уҡ етешһеҙлек асыҡланғанда ла, ул тауарҙы алмаштырта йәки аҡсаһын ҡайтарта ала ине. Мотлаҡ яҙма рәүештә мөрәжәғәт итеү кәрәк.
Законға ярашлы, әгәр техник яҡтан ҡатмарлы тауарҙың етешһеҙлеге һатып алғандан һуң йәки ремонттан һуң 15 көн үткәс асыҡланһа; гарантия буйынса ремонт оҙаҡҡа һуҙылһа һәм 45 көндән дә артып китһә; гарантия осоронда төрлө етешһеҙлеге буйынса бер нисә тапҡыр ремонтланһа һәм тауар 30 көндән ашыу файҙаланылмаһа, ҡулланыусы тауарҙы алмаштырыуҙарын йәки аҡсаһын ҡайтарыуҙарын талап итә ала.
Күреүебеҙсә, алданыуыбыҙға хоҡуғыбыҙҙы яҡшы белмәү йәки үҙебеҙҙе яҡларға ынтылмау ғына сәбәп түгел. Ә һатыусыларҙың һәм тауар етештереүселәрҙең сифатһыҙ әйберҙәр менән сауҙа итеүе, насар хеҙмәтләндереүе өсөн яуап бирергә теләмәүҙәре лә күңелһеҙ хәлдәргә тарыта. Шуға күрә үҙебеҙҙе яҡларға өйрәнәйек, ныҡышмалыраҡ булайыҡ.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.


Вернуться назад