Сафлыҡ ҡаршылаһын, таплыҡ түгел03.06.2016
Сафлыҡ ҡаршылаһын, таплыҡ түгел Донъя тағы бер яҙы менән яңырҙы. Иртәләне быйыл уныһы – үтеп тә бара инде. Ҡарҙар иреп, һыуҙар ташты, талдар бөрөһөн асты, һәм бәғзеләребеҙҙә миҙгел… ауырыуы башланды – һыу буйлап сәйәхәт итергә яратыусыларҙың ҡышҡы һалҡын тыныслығы боҙолдо. Хәйер, был тыныслыҡ мин һүҙ ыңғайында телгә аласаҡ та замандаштарыбыҙҙа алдараҡ, мартта уҡ, кителергә керешкәйне инде, сөнки, әйтелеүенсә, миҙгелдәр быйыл, һәр хәлдә, әле беҙ шаһит булырға өлгөргәндәре, ғәҙәти тәртиптәренән ярайһы ситләште, 2016-ла яңыса тыуырға булды, яҙ ҡышҡа ҡәҙимге һиллектә ҡалырға, донъяны ҡатылыҡта тоторға бигүк ирек бирмәне.
Егеттәр етдиләп китеп борсоуға ҡалды, сөнки йылғалар ымһын­дырып үҙенә саҡыра. Иң тулы, тулып бешкән генә мәлдәре, ә май башына, ялдарға, ваҡыт, һай, күп әле. Әммә ялды көтмәй ҙә булмай шул. Сит ҡарашҡа тик тәбиғәт менән генә йәшәгән кеүек тойол­һалар ҙа, сәфәрҙә ысынында “кешелек сифаттарын” бөтөнләй онотһалар ҙа, һәр кемебеҙҙең, донъяуи тиәйек, шөғөлө лә бар, әлбиттә: йүнселдәр, уҡытыусылар, программистар, инженерҙар һәм башҡалар. Һәр беребеҙ эшле, әрәмтамаҡ түгелдәр, быға баҫым яһайым, әүҙем туризм менән, тураһын ярайыҡ, ялҡауҙар шөғөлләнә алмайҙыр ҙа – ул йыбанмаҫҡа ла тейеш, дөйөм ҡаҙанға әҙме-күпме аҡса ла сығарып һала алһын. Әхлаҡи хоҡуҡ та кәрәк бит әле: донъяң шаурап ятҡанда йылға шауынан рәхәтлек кисереү тыйылғандыр һиңә.
Исмаһам, ямғырҙар яуып торһа, һәйбәт тә бит – һыу әллә ни кә­мемәҫ ине, ҡороға китһә, бөлдөрә был. Бына ошонда күренә лә инде, ғәфү итегеҙ, ябай кеше менән турист араһындағы айырма. Йәки башҡа һөнәр эйәһе менән крәҫтиәндең айырмаһы: “Көн йылы булһын гел, – ти тәүгеһе, – ҡоро торһон”. Икенсеһе ямғырҙың бер ваҡытта ла ҡамасауламағанын белдерә, бигерәк тә – Урал аръяғында. Хатта – ураҡ мәлендә лә: иген йыйыуға оронсоҡ, эйе, уныһы хаҡ, ә бына техник культураларға, ужымға дым кәрәк әле.
Ә турист күңеле, был осраҡта экстремалдыҡы, бейек-бейек тулҡындарҙы көҫәй: улар ни тиклем ажарыраҡ булһа, шул хәтлем яҡшыраҡ. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ тигән­дәй йүгерек шишмәләр ҡаймаҡтай ҡойолоп ятһа ла, әлегә таҙарынып өлгөрмәгән ҙур йылға һыуы битенә сәсрәй. Һөртмәй ул уны, сикәнмәй – шешәгә тултырып һатылған эсәр һыуҙан да сафыраҡ уға был.
Быны ул сит илдәрҙәге бер ниндәй ялтырауыҡтарға ла алмаштырмай, сөнки ул – ижади кеше. Ул ялда ҡайҙалыр ярым-яланғас, ғәҙәти тормоштағы тәртиптән ныҡ сығып, дөрөҫө, уны бөтөнләй инҡар итеп, үҙе әйтмешләй, “тулы программа буйынса ысҡынған” ватандашынан ҡырҡа айырыла. Ул тәбиғәткә хайран һаҡ: сүбен ташламай, катамаранында, бәлки, урын ҡыҫың­ҡыраҡ булһа ла, һалып ала. Сөнки тағы бер йыл яҙғы һыуҙай үтер ҙә китер, ә күңеле йәнә ошо хозур­лыҡты күрергә ынтылыр – сафлыҡ ҡаршылаһын үҙен, таплыҡ түгел. Эйе, йыл да килә ул бында: һоҡланып туймай, һулап туймай, бәүелеп туймай.
Ана бит, аяғүрә, яман ғорур ҡалҡып, шарлауығы менән балҡып торған ҡаяға үрмәләгәнендә, кисә төндә палатка тышын шыптырлатып уятҡан, әле булһа ныҡыш һибәләгән ямғырҙан хәтәр еүеш­ләнгән үлән, таштар буйлап тая-тая менеп барғанында туҡтаны ла таш ҡыуышына үрелде. Унан шешә тартып сығарҙы. Юҡ, был кемдер, бәлки, төртмә уйлап ҡуйыуынса, бөтәбеҙгә лә билдәле зәһәр эсемлек түгел, буш һауыт. Дөрөҫөрәге, ҡоро. Былтыр тәбиғәткә, киләсәккә хат яҙып һалынған унда, теләктәр теләнгән. Бына бит ҡабул да булдылар – иҫән-һаубыҙ, киләсәк булып йәнә килдек бында, осраштыҡ-күрештек. Ҡарап торошҡа үҙе китап телле кешегә лә оҡшамағандай, шулай ҙа ана ниндәй күркәм һүҙҙәр яҙған иптәшем…
Был – нимә? Яуаплылыҡ, минеңсә. Рәсми һүҙ, бәлки, бында урынһыҙ ҙа яңғырайҙыр, уның ҡарауы, дөрөҫ. Кемдер табып уҡыуҙан оялыу түгел – тәбиғәт алдында яуаплылыҡ. Был һиңә кеше күҙенә мөмкинсә нығыраҡ ташланмалы урында эре хәрефтәр менән кемлегеңде, ҡайҙанлығыңды мәңгеләштереү түгел. Сөнки ул, тәбиғәт, бында үҙен кәпәс осмалы ҡаялар менән хәстәрлекле ҡамаһа ла, өҫтөнә ялбыр шыршыларҙы төртөп йәшеренһә лә, бөркөттәрен ҡарауылға әйләндерһә лә, артыҡ ирәймәһендәр өсөн серәкәйҙәрен мыжғытһа ла, йылғаһын ҡулдан эшләнгәндәй шып-шыма, тип-тигеҙ, үлсәү таҫмаһы һуҙып тикшереп ҡараһаң, моғайын да, геометрик йәһәттән теүәл сыҡмалы таш кирбестәре менән кәртәләһә лә, асыҡ бит, шаран-яран, эскерһеҙ. Беҙ ҙә уға шулай булайыҡ.
“Кирбес”, “үлсәү” тип тә телмәр күрке өсөн генә әйтелмәне бында, Нөгөштә, ысынлап та, шулай ине. Һәм улар тулҡын ыңғайына, тулҡынлы рәүештә, ләкин мотлаҡ геометрия фәнен ихтирам итеп эшләнгән.
– О-о-о, был яҡта блоктар китте, – тине ана юлдаш-һыуҙаш­тарымдың береһе. Заманса йорт һалып йөрөгән кеше ул. Ләкин уларға төҙөүсе күҙлегенән баҡ­маны – тәбиғәт кешеһе ләһә, тәбиғәтте тәрән аңлаған уҙаман. Олоғайып барһа ла, уға ҡул­ланыусы булараҡ ҡарарға өйрән­мәгән. Өйрәнмәҫ тә инде, моғайын.
Быны һин дә, уҡыусым, ыңғай баһалайһыңмы? Әллә юҡмы? Юғиһә, романтика менән генә донъя көтөп булмай ҙабаһа.
– Унда урман шәп инде! – тине, ана, бер көн ватандаштарымдың береһе миңә.
– Эйе, – тим. – Айырыуса – алтын көҙҙә. Саған, уҫаҡ, имәндәр … – Уларҙың һары-ҡыҙыл төҫтәргә мансылып, балҡып ултырғандарын артабан рифмалап тасуирларға йыйынам, әммә танышымдың быны тыңлағыһы килмәй, уның үҙ туҡһаны туҡһан:
– Шунан миңә осһоҙға берәй ҡарағай бура кәрәк ине.
Шулай тип бөтә сихри һүрәтте боҙҙо, ҡышҡы тәҙрәгә Һыуыҡ бабай төшөргән әкиәти картинаға бармаҡ­тары үҙенә ныҡ кәкре усы менән баҫты...
Ә яуап былай: һәр нәмәләге кеүек, бында ла сама кәрәктер – тормошто алып барыр өсөн йүнен дә күр, гел генә балыҡ ҡармаҡлап та ултырма, бер яҡҡа ғына ауышма.
– Алпамышалар һалған инде быны, – тип өҫтәне баяғы таш һандыҡтарҙың береһенә ҡарап тел шартлатып барған икенсебеҙ.
Шул алпамышаларҙы – ҡая ҡоймалар һуҡҡан, гөпөлдәтеп ағастар ҡаҙаған, йылғаны, гөрләүек шайылай күрмәй, төрлө яҡҡа йырғылаған, оҡшатмаһа, рәссамдай төҙәтеп ебәргән, ғәләмәт ҙур бәһлеүәндәрҙе күҙ алдында килтерҙек, сөнки барыбыҙ ҙа эстән эштең ғәмәлдә шунһыҙ, әкиәти ғәләмәттәрһеҙ, була алмағанына инанабыҙ. “Юҡ, бындай ҙа теүәл гүзәллек йәки гүзәл теүәллек үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй”, – тип уйлағыбыҙ килә беҙҙең. Шулай уйлаған өсөн дә, шул матурлыҡты күрергә теләгәндән дә сыҡҡанбыҙ бит бер ниндәй ҙә матди табыш килтермәгән, ә киреһенсә, һанай китһәң, байтаҡ сығым талап иткән сәфәргә. Күптәребеҙ быйыл да ҡаҙыр баҡсаһын ҡаҙмаған.
Хәйер, ҡайһыларыбыҙ соҡош­торған: ҡыуаҡтарҙы, иң һәйбәт­тәрен, һайлап алған, кәмәгә урап һалған. Иң арыуҙарын, сөнки бүләккә тәғәйендәр: Мәләүез районындағы ҡасандыр гөрләп торған, аҙаҡ килеп, заман еленә күнгән халҡы олораҡ тораҡтарға таралышҡас, өнһөҙ ҡалған Кәшәле ауылы урынында ултыртырға. Зөфәр Көҫәпҡолов, уңышлы эшҡыуар, тәбиғәт балаһы, оптимист, малай күңелле күптәнге турист, ана, ҡыуаҡтарҙы бушата ла башланы. Ә был турала һүҙ Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында йәшәгән һоҡланғыс ижади шәхес, туризм менән яҡындан, һөнәри шөғөлләнеүсе, Ағиҙел буйындағы гүзәл “Арал” туҡтал­ҡыһы хужаһы, рәссам, скульптор Илгиз Муллағоловтан сыҡҡан. Кәшәлене яңынан тергеҙеүҙә яҡындан ҡатнашыусы Дилә менән Илдус Нурмөхәмәтовтар ғаиләһе Интернетҡа ташлаған оран – ағас ултыртыу акцияһын ике ҡуллап күтәреп алған ул.
…Нимә ул һыу туризмы? Тотош бер донъя! Ситтән ҡарағанда ялҡау ғына ағып барған һымаҡ күренһәң дә, ишкәгеңде туҡтауһыҙ тигәндәй әйләндерәһең. Беренсенән, барыбер ҙә билдәләнгән ваҡыт арауыҡтары бар, шунса мәлгә шунда барып етергә кәрәк, палатка ҡорорға, усаҡ яғырға, тамаҡ ялғарға ла ваҡыт ҡалдыр, икенсенән, анауы шаршыны алыҫтан күреп тә ҡалдың, шуның иң яман урынына тоҫҡалдың да – тиҙлекте тағы арттырырға теләй­һең, шуға уғата йылдамыраҡ ишәһең. Юлда ғына бит һин соҡор йәки таусыҡтарҙы урап үтергә йә күсәр араһында ҡалдырырға тырышаһың, бында уҡтай уртаға атылаһың. Катамаран ғына, вәт дошман, әллә ни һелкенергә ирек бирмәй, тулҡындарҙы ҡырҡып үтә лә китә…
Юҡ, дошман түгел, ә дуҫ, туған, әлбиттә. Беҙҙең именлекте ҡайғырта бит. Шуның өсөн дә иң уңайлы, универсаль транспорт тип баһалана: кеше лә, йөк тә күп һыя, ҙур ауырлыҡтарҙы, тура ла, күсмә мәғәнәлә лә, күтәрә һәм кисерә. Юғиһә, таштар өҫтөнән үтергә лә, ҡабырғаһын ҡаяларға һыҙырырға ла йыш тура килә үҙенә. Маневрҙар яһауы ҡатмарлыраҡ, әлбиттә, был яҡлап кәмә йәки байдарка уңайлыраҡ, әммә уға бының өсөн һис үпкәбеҙ юҡ.
Тамаҡ ялғау, палатка, тигәйнек. Әммә тиҙ генә йоҡларға ла ятмайһың: өйҙә түгелһең. Усаҡ янында күмәкләп ултырыуҙар, тарих һөйләүҙәр, гармун уйнау, гитара сиртеүҙәр – кәрәк кенә түгел, бурысың да һинең. Бынһыҙ ҙа булмай, сөнки ҡомарһыҙ булһаҡ, бындай хәтәр сәфәргә ниәт ҡылмаҫ та инек. Ижади кеше булараҡ, һаман да туҡтамаған, ләкин бер кемдән дә бөртөк һуҡраныу ишетмәгән быҫҡаҡ ямғыр өшөтөп ебәргәс, термостан үлән сәйен артта ултырған сәйәхәттәшеңә, өйҙәгесә, ҡул менән һонманың, ә һауытты ишкәккә ҡуйып, шуның аша тапшырҙың. Ул тамсы ла сайпылманы: катамаран, йортобоҙ, әйтерһең дә, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Ижади ҡараштан сәй, валлаһи, тағы ла тәмләнеп китте...
Бына тағы мәсьәлә: тәбиғәт ни дәрәжәлә ҡырағай булырға тейеш? Ә кеше? Әҙәм балаһы ҡырҙа үҙен хөрт мәғәнәлә ҡырағайҙарса тотмаһын өсөн тәртипте нисек булдырырға? Туристар өсөн нин­дәйҙер инфраструктура булды­рырға кәрәкме? Һорау бирелергә хоҡуҡлы ла: сәйәхәтсе өсөн ана шул ҡырағай тәбиғәттә лә заман уңайлыҡтары хәжәт булыуы ихтимал дабаһа. Юлдаштарымдың береһе, йыраҡ диңгеҙҙәргә лә йыш осҡан кеше, “юҡ” тине. Уныңса, бында беренсе урында – кешеһеҙлек. Кемдер ризалашыр бының менән, кемдер юҡ, нисек кенә булмаһын, тәбиғәткә зыян ғына килмәһен.
Бына ошонда барыбер ҙә баяғы экология тәрбиәһе (был шәхсән миңә мәктәптә, ул дәүләт програм­маһы итеп ҡабул ителмәгән саҡта уҡ, бөйөк уҡытыусым Марат ағай Муллағолов тарафынан мәңге­леккә һалынды) кәрәклеге тура­һында әйтә алабыҙҙыр, йәғни теләйһең икән, ҡарурманда йөрө, әммә үҙеңде барыбер йәмәғәт урынындағылай той ҙа, тот та. Ә йәмәғәт урыны ла был, әле беҙ Нөгөш тулҡындарында бәүелгән урындар – айырыуса һаҡланған биләмәләр – “Шүлгәнташ” ҡурсау­лығы һәм “Башҡортостан” милли паркы ерҙәре.
“Шүлгәнташ” тигәндән, унда барыр алдынан “Урал батыр” ҡобайырын кәмендә уҡып сығырға кәрәк, тигән фекеремде күп мәртәбә белдергәнем булды. Шул саҡта ҡайҙалығыңды ла аңларһың, тарихҡа ла ҡағылырһың, һөҙөм­тәлә үҙең дә һиҙмәҫтән тәртипкә лә күнерһең.
Сираттағы һорау: турист була­раҡ йылға буйлап ағып төштөң, һыу шауынан, япраҡтар ҡыштыр­лауынан, ҡаялар мәғрурлығынан көс алдың, рухи яҡтан таҙарындың һәм шуның менән тамаммы? Йәғни ял иттең генә. Ә ниндәйҙер мәғлүмәт алдыңмы, белем даирәң киңәйҙеме? Эйе, бәлки, Интернетта ҡарағанһыңдыр: Нөгөш – 235 саҡрымлыҡ йылға, Ағиҙелдең уң ҡушылдығы. Уның Башҡор­т­останда иң етеҙ ағымлы йылға һаналғаны ла мәғлүмдер: ҡат­марлылығы буйынса ла 2-се категорияға ҡарай бит – шаршылар күп. Әйткәндәй, шыршылар ҙа. Юл буйында иҫ киткес тәбиғи ҡомартҡы – Күперле барлығын да ишеткәнһеңдер, дөрөҫөн әйткәндә, уға төбәп бараһың да – маяғың ул һинең, йөрәгең үрмәләү көҫәгән ҡаяң да, һыуында шатлыҡлы сыланыр шарлауыҡ та.
Күперле – һөйләп торған атама: шул таш күперенә лә менерһең. Ә унан үрҙәге үҙәнлектәр һуң!.. Япраҡ, тиҙәр уны, биш тажлы. Нөгөш шулай ҡая суҡыларын иҫ киткес оҫта итеп биш мәртәбә урай, һәр тажды гүзәл һыҙа, кире әйләнеп килгәндә биле өҙөлә генә яҙа инде баяғы имән япрағының, гүйә, йылға үҙенең арттағы тулҡындарына күҙ һалырға тырыша. Бында ла анауы алпамышалар ҡулы тейҙеме икән әллә? Шулайҙыр.
Үҙеңде тәбиғәттең бер өлөшө итеп тойоу менән бергә уға һәр кемебеҙҙән ярҙам да кәрәк бит әле. Ниндәйме? Мәҫәлән, ер-һыу атамаларын теркәп, уларҙың тарихын мәңгеләштереп тормошҡа ашырырға була быны. Бөрйәндә бер нисә мәктәптә уҡытыусы, директор булып эшләгән, әлеге ваҡытта Нәби мәктәбен етәкләгән Йәмил Ҡотлобаев был эш менән, балалар ҡатнашлығында, күптән шөғөлләнә.
Туризм, беҙҙең осраҡта, экстремаль һыу туризмы, биргән күп яҡшы нәмәләрҙе атаныҡ инде. Ошонда йәнә дуҫлыҡты ла индергем килә, сөнки был шарттарҙа, ошо һыу өҫтөндәге, ҡабатлайым, тотош донъяла, йәмғиәттә, был айырыуса баҙыҡ күренә: ғәҙәти тормошта бер-береһен иғтибарһыҙ ҡалдыр­ғандар, хатта дорфалыҡ күрһәт­кәндәр, ҡала урамында, автомобилдә асыулы йоҙроҡ төйнәшкәндәр бында бер-береһен йыраҡтан ихлас сәләмләй, ярҙам итә. Ярҙан да этә, тик – тура мәғәнәлә. Магнитогорск вәкил­дәренә, быйыл хоккейҙа еңгән “Металлург” көйәрмәндәренә: “Салауат Юлаев – чемпион!” – тип ҡыс­ҡыр­һаҡ та, һис ҡаршы һүҙ ишетмәйбеҙ. Киреһенсә, улар урынында беҙ ҙә үҙебеҙҙе ошолай тотор инек.
Бөтә был күркәмлекте һүрәтләп бөтөргә гәзит бите етмәҫ. Күпме майҙан бирелһә лә, хикәйәләү, мөмкинлек һаман бүҫкә ҡалыр. Һәм мин әле ул маҡсатты ҡуймайым да, ниәтем – ошоға диҡҡәтте йүнәлтеү генә.

Рәсүл СӘҒИТОВ,
журналист һәм яҙыусы.



Вернуться назад