Шәһит шаһит булғандар...03.06.2016
Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры актеры Шәһит Хамматовтан: “Уйҙар. Фекерҙәр. Эҙләнеүҙәр”

Йәй осоронда ауылдағы иң матур күренештәрҙең береһе – ҡапҡа алдында инәйҙәрҙең, өләсәйҙәрҙең ултырыуы. Эргәләренән үтеп барышлай олоһо ла, кесеһе лә улар ме­нән ихлас иҫәнләшеп китә. Шундай фекергә килдем: ауылда эскәмйәлә өләсәйҙәр, әсәйҙәр ултыра икән, тимәк, әле төбәктең ҡото, иманы бар. Бала саҡта был күренешкә артыҡ иғтибар бирмәгән­мендер ҙә, әммә йылдар үтеү менән ошо хозурлыҡтың күңелгә үтә һеңгәненә төшөндөм.

* * *
Эҫе генә һурпа менән ҡорот, эргәһендә – әле генә баҡсанан өҙөп индерелгән йәшел һуған. Яңы бешкән икмәк тәме танауҙы ҡытыҡлай, лимон, бал менән сәй, талғын ғына радио моңо ағыла... Ошолай уйлай-уйлай “БП”-шкамды (тиҙ бешә торған туҡмас) ашай бирәм.

* * *
Шулай бер көн Өфөләге аҙыҡ-түлек магазинына барып инһәм, унда матур ҡурай моңо яңғырай. Күңел иҙрәй, йылмайыуымды йәшерә алмай, кәрәкле әйберҙәремде ҡараш­тырам. Былай үтәм, тегеләй үткән булам, ипләп кенә тирә-яғымды күҙәтәм. Ни күрәм: берәү һис оялыуһыҙ, рәхәт­ләнеп бейеп йөрөй. Шул мәл­дә үҙемдә ғорурлыҡ тойҙом, йәнәһе, күрәһегеҙме халҡыбыҙ үҙ көйөнә нисек баҫа?!. Яйлап ҡына эргәһенә килһәм, бейеү­сем ҡолағына ҡолаҡсындар ҡуйып, үҙ көйөнә хәрәкәтләнә икән.
Ни көлөргә, ни иларға белмәй магазиндан сығып киттем. Ә ҡалалағы аҙыҡ-түлек магазиндарында ҡурай көйҙә­ре яңғырап торһа, бигерәк шәп булыр ине!

* * *
– Өләсәй, “лайк” нимә икәнен беләһеңме?
– Юҡ.
– Өләсәй, ә “репост” күргәнең бармы?
– Юҡ.
– Өләсәй, “хештег” нимә икәнен беләһеңме?
– Юҡ.
– Өләсәй, ә ...
– Ҡуй, башымды ҡатырма, бар ана һарайҙы яп, һарыҡ­тарҙы теүәллә, һыйырҙарҙы биклә, эткә ашарға һал, тупһа алдын таҙарт, ихатаны һепе­реп ал.


Вернуться назад