Кемде шулай иҫереп оҙаталар?03.06.2016
Хәрби комиссариат. Сәғәт 11 тула. Баймаҡ һәм Йылайыр төбәктәренән 35 егетте әрмегә оҙаталар.

Бында һәр ваҡыттағыса бик йәнле. Кемдер ситтә сабыр ғына баҫып әңгәмә ҡора. Ә бәғзеләр ирекһеҙҙән иғтибарҙы үҙенә тарта: ҡысҡырып-ҡысҡырып та алалар, ғөмүмән, бик йәмһеҙ ҡыла­налар. Әле бына ҡулдарына дүртәр һыра шешәһе тотҡан ике егет, юлдың ҡап уртаһына төшөп алып, ашыға-ашыға хәрби комиссариатҡа боролдо. Уларҙы үҙҙәре һымаҡ “күңелләнеп” алған бер төркөм ҡыуанып ҡаршыланы һәм, ҡулдарынан шешәләрҙе тартып алып, эсә лә башланылар. Үҙҙәре бер туҡтауһыҙ ауылдары­ның исемен ҡысҡыра. Бушаған һыра шешәләре ошондағы баҡса яғына осоп китә.
Рәсәй әләмен тотоп алған был төркөмгә бөтәһе лә ытырғанып ҡарай, ләкин ҡаршы һүҙ әйтеүсе табылманы. Дөрөҫөн әйткәндә, күҙҙәре томаланған был егеттәр эргәһенә яҡын барыуы ла ҡур­ҡыныс ине!
Ситтәрәк баҫып торған инәй-апайҙарҙан, олатай-ағайҙарҙан әле кемдәрҙе һәм элек егеттәрҙе әрмегә нисек оҙатыуҙары тура­һында ҡыҙыҡһына башланым.
– Бөгөн беҙҙең уҡыу йортон тамамлаған 19 егет армияға алына, шуларҙы оҙатырға килдек, – тине Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Тәнзилә Кейекбирҙина. – Аллаға шөкөр, беҙҙең егеттәр тәртипле, айыҡ аҡыллы. Шуға ҡыуанып торабыҙ.
– Ейәнемде армияға алалар. Бына тик эскән балаларҙың күп булыуына ғәжәпләндерә. Улар­ҙы ниндәйҙер күңелле сара­ға, байрамға оҙатмайбыҙ бит, армияға ебәрәбеҙ. Үҙҙәренең Баш­ҡортостан егеттәре икәнен онотмаһындар ине, – тине Бай­маҡтан Мәйсәрә инәй Тиме­рәсова.
– Теүәл 35 йыл элек, 16 майҙа мине армияға алғайнылар. Шул ваҡыттарҙы ҡайтанан кисереп торам. Беҙҙе йырлап, бейеп, гармунды ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уйнап оҙаттылар. Их, күңелле ине ул саҡтар! Әсәй-атай, туғанда­рым, дуҫтарым әйткән матур теләктәр бөгөн дә ҡолағымда сыңлаған кеүек. Ул саҡтарҙы хәтерләп, сағыштырып, аптырап ҡалдым әле, – тип хис-той­ғолары менән уртаҡлашты Әхмәр­ҙән Әхәт Өмөтбаев атлы уҙаман.
Түбәнән туғанын армияға оҙа­тырға килгән Иван Сорокин да хәрби хеҙмәткә юлланған көнөн иҫләп, йөҙөндә нур уйнатты:
– Гармунда уйнап, бейеп, таҡмаҡтар әйтеп, йырлап оҙатып ҡалдылар. Бөгөнгө кеүек эсеп иҫереп, ҡысҡырышҡан кеше булғанын хәтерләмәйем, юғиһә иҫтә ҡалыр ине, – тине.
Бына бит был осраҡтарҙа армияға ниндәй матур итеп оҙатҡандар! Уларҙа ир-егет­тәрҙең изге бурысы һаналған хәрби хеҙмәт осоро хаҡында яҡты тәьҫораттар һаҡлана. Ә әле нимә күрәбеҙ? Шайтан туйына оҡшаған аҡырыш та баҡырыш! Һүҙ юҡ, бөтәһен дә шулай тип әйтеп булмай, әлбиттә. Ләкин төркөм-төр­көм булып өймәкләшкән иҫерек йәштәр араһында улар күренмәй ҙә тиерлек.
Ҡысҡырышҡан егеттәрҙе ура­быраҡ үтеп, хәрби комиссариат бинаһына индем. Бында буласаҡ һалдаттар менән һуңғы әҙерлек эштәре алып барыла.
– Кәйефтәрегеҙ нисек? – тинем, егеттәрҙе сәләмләп. – Кемдең туғандары, дуҫтары шулай эсеп-иҫереп оҙата? Һеҙгә оҡшаймы? – тип һорауҙарымды теҙәм.
Кемдер улар өсөн оялып: “Минекеләр түгел”, – тиһә, икен­селәр яуап биреүҙән ситләште. Үҙе лә “байрам” иткәне һиҙелеп торған бер генә егет: “Эсәләр инде, шуның өсөн дә инде проводы”, – тип уларҙы аҡларға маташты.
– Әгәр ҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы эсеп килһә, беҙ уны шунда уҡ кире ҡайтарабыҙ. Был яҡтан тәртип ҡаты ҡуйылған, – тине республика Хәрби комис­сариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса бүлектең хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлексәһе начальнигы Йәмил Сакин. – Иң борсоғаны – уларҙың иҫерек ата-әсәләре, дуҫтары, туғандары. Автобус ҡуҙғала башлау менән кем нисек етте шулай кузовҡа һуғып ҡа­лырға тырыша. Тапалыу­ҙан да ҡурҡмайҙар. Егеттәрҙе иҫереп оҙатыусылар ошо тантаналы минуттарҙы юҡҡа сығара.
Мәҡәләмдең башындағы оҙата килеүселәр әйтеүенсә, заманында ағай-олатайҙарҙы ниндәй матур итеп әрмегә оҙатҡандар. Ә ни өсөн бөгөн ошо ғөрөф-ғәҙәт­тәрҙе тергеҙмәҫкә? Һәр ҡайҙа ла матур йолаларҙы сәхнәләштереү, уларҙы тергеҙеү менән шөғөллән­гән ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, бәлки, һеҙ үрнәк күрһәтерһегеҙ?
Хәрби хеҙмәткә оҙатҡан атай-әсәйҙәр, улдарығыҙға матур теләктәр әйтеп тороп ҡалһағыҙ, үҙегеҙ өсөн дә, улар өсөн дә яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән?! Өйгә әйләнеп ҡайтҡансы хәтер­ҙәрендә иҫерек йөҙ түгел, ә йылмайып оҙатып ҡалған мәл мәңгегә һаҡланып ҡалыр ине.
Хәрби хеҙмәткә юллан­ған егеттәребеҙгә Тыуған иле­беҙ һағында өлгөлө хеҙмәт итеп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.






Вернуться назад