Ҡоланым. Уянһам... гипс03.06.2016
Ҡоланым. Уянһам... гипс Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2017 йылдың 1 ғинуарынан эш урынында һәләк булғандарҙың туғандарына бер тапҡыр түләнә торған страховка күләмен бер миллион һумдан ике миллион һумғаса арттырыу тураһында закон проекты әҙерләгән.
Ведомствола билдәләү­ҙәренсә, һуңғы йылдарҙа производствола имгәнгәндәр һаны бермә-бер кәмегән. Әммә бөтөнләй юҡ түгел. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар араһында һәләк булғандар һаны былтыр 2014 йыл менән сағыштырғанда — 18 процентҡа, бәлиғ булмағандар араһында ике тапҡырға артҡан. Белгестәр бындай диссонансты, беренсенән, дөйөм статистиканың тулы булмауы, икенсенән, квалификациялы хеҙмәткәрҙәр урынына әҙерлекһеҙ эшселәр, шул иҫәптән бәләкәй генә эш хаҡына ҡайҙа ла эшләргә риза ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр килеүе менән аңлата.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге көндә хәүефле объекттарҙа, шулай уҡ һауа транспортында һәләк булғандарҙың туғандары икешәр миллион һум страховка аҡсаһы ала. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иһә был сумманы бар тармаҡ белгестәре өсөн дә, шул иҫәптән хәүефһеҙ объекттарҙа эшләгәндәргә лә бер тигеҙ итеү яҡлы.
Әйткәндәй, әлеге закон проектын Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ла хуп­лай.
— Бындай сара тәү сиратта эш биреүсегә яуаплылыҡ өҫтәйәсәк, улар үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен хәүефһеҙ эш шарттары менән тәьмин итәсәк. Производствола һәләк булыуға бәйле бер тапҡыр түләнә торған страховка күләме һуңғы тапҡыр 2014 йылда арттырылғайны — ул миллион һумға тиклем етте. Бөгөн уның һөҙөмтәһен күрәбеҙ: илдә лә, Башҡортостанда ла һуңғы йылдарҙа эш урынында имгәнеү осраҡтары һиҙелерлек кәмене, — ти хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Эш урынында имгәнеү осраҡтарына бәйле хәлгә асыҡлыҡ индереүебеҙҙе һорап, редакцияға ла йыш мөрәжәғәт итәләр. Күптәр страховка күләме менән ҡыҙыҡһына, икенселәр эш биреүселәрҙең яуаплылыҡтан ҡасырға маташыуҙары хаҡында әсенеп яҙа. Бөгөн ҡайһы бер һорауҙарға айырым туҡталып китмәксебеҙ.

Ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында
эш урынында имгәнгән эшсегә ниндәй түләүҙәр ҡаралған?


— Ваҡытлыса эшкә яраҡ­һыҙлыҡ буйынса пособие (“больничный”) кеше һауыҡҡанға ҡәҙәр түләнә (йәки профессиональ һәләтлеген тотороҡло юғалтҡан­лығы билдәләнгәнгә тиклем). Производствола бәхетһеҙлек осра­ғына тарығанда түләнеүсе “больничный” күләме кешенең эш стажына бәйле түгел, һәр ваҡыт уртаса хеҙмәт хаҡының 100 процентына тиң. Пособие имгәнеү­сегә эш урынынан түләнә.
Эшкә һәләтен юғалтҡандарға ике төрлө махсус компенсация ҡаралған: бер тапҡыр бирелә торған һәм айлыҡ страховка түләме. Был аҡсаны һөнәри һәләтен юғалтҡандар юллай ала. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә хеҙмәткәр һәләк булһа, страховка эшсенең балаларына, ата-әсәһенә түләнә.
Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме иһә эшсенең һөнәри һәләтлеген юғалтыу дәрәжәһенә бәйле. Бәләгә тары­ған һәр кем өсөн медик-социаль экспертиза учреждениелары тарафынан реабилитация програм­маһы әҙерләнә. Әммә сумма бюджетта ҡаралғандан артмаҫҡа тейеш. Быйыл бер тапҡыр бирелгән страховка түләүҙәренең күләме 88 787 һум булһа, 2017 йылға 92 339 һум ҡаралған. Эшсе һәләк була ҡалһа, бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме бер миллион һум тәшкил итә (үрҙә телгә алынған закон проекты ғәмәлгә инһә, 2017 йылдың 1 ғинуарынан ул ике миллион һумға етәсәк). Әйткәндәй, сумма һәләк булыусының тәрбиәһендә булған һәр ғаилә ағзаһына (балаларына, ата-әсәһенә һ.б.) тигеҙ бүлеп бирелә.
Айлыҡ страховка күләме нисек билдәләнә?

— Айлыҡ түләү күләме эшсе фажиғәгә тиклем 12 ай эсендә алған уртаса айлыҡ эш хаҡын (район коэффициентын һәм өҫтәмәләрҙе иҫәпкә алып) тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта эшсенең хеҙмәткә һәләтен юғалтыу дәрәжәһе лә иҫәпкә алына.

Түләүҙең кәметелеүе мөмкинме?

— Әгәр ҙә бәхетһеҙлек осра­ғын тикшереү барышында эшсе­нең үҙ ғәйебе менән имгәнгәне, уның хеҙмәт тәртибен теүәл үтәмәгәнлеге асыҡланһа, айлыҡ түләү кәмейәсәк, әммә 25 проценттан да күпкә түгел.
Кеше хеҙмәт киле­шеүе төҙөмәй генә ниндәйҙер ойошмала эшләп йөрөй икән, бәхет­һеҙлеккә юлыға ҡалғанда дауалау өсөн кем аҡса бүлер­гә тейеш?

— Хеҙмәт кодексына ярашлы, хеҙмәт мөнәсәбәттәре мотлаҡ яҙма рәүештә рәсмиләштерелер­гә тейеш, юҡһа, теге йәки был ойошмала эшләгәнлегегеҙҙе суд аша иҫбатларға тура киләсәк. Ойошмала хеҙмәт килешеүе нигеҙендә эшләгән кеше генә производствола имгәнеү һәм йәрәхәтләнеүҙәрҙән, һөнәри сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкаланған тип иҫәпләнә һәм гарантияларҙан файҙалана ала.
Әгәр ҙә һеҙҙең менән хеҙмәт килешеүе төҙөлмәгән икән, тимәк, етәксегеҙ эш хаҡын “конверт” схемаһын ҡулланып түләй. Ул һеҙҙең өсөн Социаль страховка фондына иғәнә күсермәй, бәләгә тарыйһығыҙ икән — унда ла эше юҡ. Фонд та был осраҡта ярҙам ҡулы һуҙа алмай. Ойошмала эшләүегеҙҙе судта иҫбатлауҙан башҡа сара юҡ.

Законлы хоҡуҡ иҫәпкә алынмай, пособиелар түләнмәй икән, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

— Бының сәбәбен асыҡлау маҡсатында Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенә ғариза яҙығыҙ. Ғаризағыҙҙа эш биреүсе хаҡында бөтә мәғлүмәт (атамаһы, адресы) булырға тейеш. Шулай уҡ мөрәжәғәтегеҙҙе почта аша түбәндәге адресҡа ебәрә алаһығыҙ: 450103, Өфө ҡалаһы, Сочи урамы, 15. Бүлексәнең сайты ла һеҙҙең ҡарамаҡта: http://r02.fss.ru/.


Вернуться назад