Балаларҙың ялы матур үтһен03.06.2016
Балаларҙың ялы матур үтһен Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 2016 йылда балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Премьер-министр бил­дәләүенсә, һуңғы йылдарҙа федераль һәм төбәк влас­тары балалар лагерҙары торошон яҡшыртыу йәһәте­нән байтаҡ эш башҡарҙы.
— Быйыл төбәктәрҙең күпселеге йәйге кампанияға былтырғынан кәм булмаған күләмдә аҡса бүлде. Төбәк ҡаҙналарындағы ярайһы уҡ ҙур ҡатмарлыҡтарҙы, иҡти­садтағы проблема­ларҙы иғтибарға алғанда, был бик мөһим, — тине Дмитрий Медведев.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе ауыр хәлгә тарыған балалар, инвалидтар һәм етем­дәр өсөн ялды берлектә финанслауға дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәге хаҡында бел­дерҙе. Ошо аҡсаға быйыл өҫтәмә рәүештә тағы ла 200 меңгә яҡын бала ял итәсәк.
— Әүҙем әҙерлек эшенә ҡарамаҫтан, йыл һайын ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар тыуып тора. Кадрҙар һай­лау­ға ла, туҡланыуға ла дәғүә бар. Әммә иң мөһиме хәүефһеҙлектер, моғайын, — тине Дмитрий Медведев.
Ошоға бәйле Премьер-министр автобустарҙа, поездарҙа балаларҙы ташыу, туҡланыуҙы тейешле кимәлдә тәьмин итеү талаптарын боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү зарурлығын билдәләне.




Вернуться назад