Башҡортостандың Мәғариф министрлығы менән Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы ойошторған коллегия ултырышында билдәләнеүенсә, былтыр республиканың белем биреү өлкәһендә байтаҡ ыңғай үҙгәреш булған.
Мәҫәлән, педагогтарҙың эш хаҡы, 34 процентҡа артып, уртаса 16 995 һум тәшкил иткән. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 729 миллион һум аҡса бүленгән. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә иғтибарһыҙ ҡалмаған — уларҙың айлыҡ эш хаҡына өҫтәмә ике тапҡырға артҡан.
Балалар баҡсаларын төҙөү һәм реконструкциялау йыл дауамында барған, һөҙөмтәлә 10 600 яңы урын булдырылған. Быға тиклем үҙ тәғәйенләнешендә файҙаланылмаған биналарҙы мәғариф өлкәһенә кире ҡайтарыу йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарылған. Әммә урын етмәү проблемаһы һаман да ҡырҡыу килеш ҡала — быйыл тағы 52 балалар баҡсаһы эш башларға тейеш.
Яңыһын төҙөп, реконструкциялап өлгөртә алмаған мәлдә, ҡайһы бер ведомствоға ҡараған учреждениеларҙа, киреһенсә, балалар һанын еткерә алмайҙар икән. “Баш ҡалалағы ошондай тәрбиә усаҡтарына муниципаль сиратта тороусы кескәйҙәр ҙә алына башлаясаҡ”, — тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. Ул шулай уҡ предприятиелар ҡарамағында балалар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы төркөм булдырыу, сабыйына баҡсала урын юҡлыҡтан өйҙә ултырырға мәжбүр ата-әсәгә пособие түләү алымын киң йәйелдереү кәрәклеген билдәләне.
Салауат Тәлғәт улы белем усаҡтарында туған телде уҡытыу мәсьәләһенә лә ҡағылды. Яңы стандарттарға һылтанып, ҡайһы бер район мәктәптәрендә әсә теле дәрестәре ныҡлы кәметелеүгә дусар булған. Ә 17 районда, киреһенсә, артҡан. Премьер-министр урынбаҫары, стандарттарға япһармай, туған телде уҡытыуға ҙур иғтибар бүленергә тейешлеген билдәләне.
Ултырышта шулай уҡ һөнәри белем биреү системаһына үҙгәреш индереү, Берҙәм дәүләт имтихандарының ғәҙел үтеүен тәьмин итеү, етем балаларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр булды.
Д. ИШМОРАТОВА.