“Трактор-шоу”ға кем бара?03.06.2016
Башҡортостан механизаторҙары 19—25 июндә Төмән өлкәһендә үтәсәк ер һөрөү буйынса V Рәсәй асыҡ чемпионатында ҡатнаша.

29 төбәктән килгән 34 вәкилдән Рәсәйҙең иң яҡшы һабансыһы һайлап алынасаҡ. Еңеүсегә халыҡ-ара кимәлдә – Европа һәм донъя чемпионаттарында илебеҙҙең абруйын яҡлау хоҡуғы бирелә. Дәғүәселәр араһында тәжрибәле механизаторҙар ҙа, йәш белгестәр ҙә бар.
Башҡортостандың данын өс механизатор яҡлай. Уларҙың береһе – Илдар Ишекәев Рәсәйҙең әүәлге чемпионаттарында ла ҡатнашҡан. 2012 йылда ул – 9-сы, 2014 йылда – 4-се, былтыр иһә 3-сө урынды яулаған. Ә быйыл механизаторҙар араһында гүзәл зат вәкиле лә бар. Башҡорт дәүләт аграр университетының III курс студенты Әлиә Яҡупова ул.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.



Вернуться назад