Кешегә күпме аҡса кәрәк?18.05.2016
Был һорау байтағығыҙға мәҙәк тойолор. Ҡапыл ғына яуап та бирә алмай торорһоғоҙ. Нисек инде күпме, рәхәтләнеп йәшәрлек булһын, тиерһегеҙ.

Көлөргә ашыҡмағыҙ. Шулай ҙа әйтегеҙ әле: һеҙгә етеш, бәхетле йәшәр өсөн аныҡ ҡына күпме аҡса кәрәк? Айлыҡ килемегеҙ 10 мең һум икән, кәмендә егерме, тип яуаплаясаҡһығыҙ. Кемдеке егерме мең – ҡырҡты һораясаҡ. Ә инде ҡырҡ мең һум эшләүселәрҙең талабы һикһән мең буласаҡ. Дөрөҫ бит? Кешенең фиғеле шундай: торған һайын күберәкте көҫәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙҙә натураль хужалыҡ та, социализм ҡоролошо ла түгел. Баҙар иҡтисады хөкөм һөргән дәүер. Тимәк, Аҡса ғәли йәнәптәре хакимлыҡ итә. Бығаса меңәр йылдар буйы кешелек көндәлек тапҡан ризыҡҡа, булған кейеменә, көнкүреш кәрәк-ярағына, эш ҡоралдарына, торлағына шөкөр итеп йәшәгән, үҙен бәхетле тойған.
Бөгөн дә шулай: кешегә йәшәр өсөн ошо матди байлыҡ етә. Бынан тыш тыуған мохтажлыҡ беҙгә табыш артынан ҡыуған һатыусылар, хәйләкәр маркетологтар, иҫәпсел банкирҙар тарафынан көсләп тағыла. Әммә йышыраҡ үҙебеҙҙең нәфсебеҙ күберәкте һорай.
Ысынлап та, көндәлек ризыҡтың артығын ашҡаҙаныбыҙ ҡабул итмәй. Быны туҡланыуҙа “швед өҫтәле”н уйлап табыусылар иҫбатлаған да инде. Ғәҙәттә, халыҡ ҡайҙалыр дауаланырға йә ял итергә барғанда күпме теләйһең, шунса ашай торған ошо ысулды һайлай. Тәүге мәлдә батмусына тәғәмде тауҙай итеп өйәләр, йәнәһе, вәт, туясаҡтар! Ләкин артығы барыбер һыймай шунда ятып ҡалып әрәм буласаҡ. Кейем менән дә шулай. Һәр төрлөһөнән ике-өс дана­һынан башҡаһын кейергә әмәл тапмаясаҡһың. Ҡалғаны бер кейел­мәйенсә шкафта эленеп тора биргәс, моданан сығып, сепрәккә оҙатыласаҡ йә сүплеккә ташланасаҡ.
Көнләшеү ғәләмәте лә әҙәм пси­хологияһында ҙур урын алып тора. Машинаң бар, әммә күршенеке “текәрәк”. Һиңә лә шундай кәрәк! Автомобилең яҡшы ғына йөрөп ятһа ни... Хеҙмәттәшең “айфон” алған. Унан ни ерең кәм?! Хатта булған телефоның һине тулыһынса ҡәнәғәтләндерһә лә... Ағайың менән еңгәйең евроремонт яһаған. Ниңә һиңә лә шулай эшләмәҫкә? Улар ошо турала хыялланып оҙаҡ йылдар йәшәһә, ә һинең тормошоң яңы ғына башланһа һуң... Таныштарың йәйге ялын диңгеҙҙә үткәргән. Һин дә мотлаҡ шулай эшләйәсәкһең! Диңгеҙҙе түгел, тауҙарҙы нығыраҡ яратһаң да...
Һөҙөмтәлә күптәр, килеме менән сығымдары нисбәте тура килмәгән­лектән, туп-тура банкка кредит юлларға йүгерә. Көс-хәл менән шул аҡсаны ҡулға төшөрөп, теләгәненә ирешеп ҡыуана ул. Ә артабан... бурысын түләй алмай банк, коллектор агентлыҡтары хеҙмәт­кәрҙәренең һөжүменә дусар була. Тиҙ һәм ҡапыл байыу теләге шуға илтә.
Әлбиттә, лайыҡлы йәшәргә ынтылыу бер ҙә гонаһ түгел, тик хуплауға лайыҡ. Шулай ҙа нәфсең көҫәгән барлыҡ нәмәгә былай ҙа һанаулы килемеңде сарыфлау – гонаһ. Был осраҡта һиңә бер ҡасан да аҡса етмәйәсәк. Ә теге яңы машина, “айфон”, көньяҡҡа юллама алған кеше, бәлки, йылдар буйы ошо маҡсатына аҡса туплағандыр...
...Бер ун йыл белгән танышым бар. Ваҡытында 10 мең һум тирәһе эш хаҡы алып йәшәне. Былай концерт-фәләнгә лә, хоккей ҡарарға ла, сәйәхәттәргә лә йөрөнө – аҡсаһы етмәүгә зарланманы. Эсмәүе-тартмауы ла бында әһәмиәтле булғандыр, әлбиттә. Байтаҡ күрешмәй, бер осратҡас, уның инде банкта тир түгеүен белдем. Һөйләшеү барышында тырышҡанда айлыҡ премияны ғына 39 мең һумғаса алыуын ишеттем. “Улайһа, хеҙмәт хаҡың 50 мең тирәһе генә барҙыр?” – тием. “Ой, күберәк! Тик барыбер етмәй...” – булды яуабы.
Ниңәме? Сөнки торған һайын кешенең хәжәте, ихтыяжы арта. Бигерәк тә йәштәребеҙ быға ныҡ бирелгән. Заман шауҡымы ла йоғонто яһай: тормошто еңеләйткән әйберҙәр, хеҙмәттәр күбәйә. Артыҡ ваҡыт сарыф итмәй, көс түкмәй генә күп нәмәгә етешергә була хәҙер.
Матур йәшәргә теләүҙе тыйып булмай, тибеҙ. Улайһа, донъя йөҙөндәге билдәле миллиардерҙарҙың яп-ябай тормош алып барыуын, мәҫәлән, иҫке машинала йөрөүен, күп фатирлы йортта көн итеүен, байлығын үлгәндән һуң вариҫтарына түгел, ә хәйриә фондтарына вәғәҙәләүен нисек аңлатырға? Тимәк, күпме байлыҡҡа эйә булһаң да, ысынында бәхет – күңел бөтөнлөгөндә, яратҡан эшең менән шөғөлләнеүҙә, һау-сәләмәт булыуҙа. Хатта саҡ ҡына арттырыбыраҡ, “бәхет ул аҙ ғына тамағың ас ҡалыуҙа, саҡ ҡына йоҡоң туймауҙа, бер килке аҡса етмәүҙә”, тиер инем. Юғиһә ынтылыр үрҙәрең, тормошҡа ашырыр хыялдарың ҡалмаясаҡ. Ә ундай йәшәүҙең мәғәнәһе лә, ҡыҙығы ла, фәтүәһе лә юҡ.



Вернуться назад