Аҙағы ла хәйерле булһын01.06.2016
Яҡшы уй менән башланған эш гел генә һәйбәткә алып бармай. Киреһенсә, ҡайһы берҙә уға ник тотонған көнгә төшөлә. Хатта мәсьәлә тағы ла ҡырҡыуыраҡ төҫ ала...
Көн дә осрашҡан ике ҡапма-ҡаршы лагерь бар: водителдәр һәм йәйәүлеләр. Улар ғүмер-ғүмергә бер-береһе менән киңлек һәм беренселек өсөн көрәш алып бара. Тәүгеләре икенселәрен һүгә, улары тегеләрҙе ғәйепләй. Шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: был алышта еңеүсе күренмәй, ә ҡорбандар һис кәмемәй.
Һуңғы йылдарҙа уларға өсөнсө көс өҫтәлде – велосипедсылар. Көнбайыш модаһы беҙгә лә үтеп инде. Илдә йылдың күпселек өлөшөндә һауа торошоноң был хәрәкәткә аяҡ салыуына ҡарамаҫтан, ике тәгәрмәстә елдергән кешеләр күбәйгәндән-күбәйә. Быға өс аңлатма бар. Береһе – тығындарҙы урап үтеп, теләгән ереңә тиҙ генә барып етеү, икенсеһе – юл йөрөү сығымдарын экономиялау, өсөнсөһө – сәләмәт йәшәү рәүешенә күсеү.
Яҡшы, әлбиттә. Ләкин быға бәйле проблема ла килеп тыуҙы. Уларға ҡайҙан йөрөргә? Элек оло юлдың уң яҡ ситенән хәрәкәт итә торғайнылар. Һуңғы осорҙа машиналар һаны күбәйеп, уларҙың хәрәкәте көсәйгәс, был ҙур хәүеф тыуҙыра башланы. Велосипедсыларҙы тапатыу күренештәре артты. Өҫтәүенә ҡалала уң яҡ һыҙат автобустар өсөн тәғәйенләнә.
Һөҙөмтәлә уларға йәйәүлеләр йөрөгән юлды уртаға бүлеп урын бирҙеләр. Нимә килеп сыҡты һуң? Машина юлын киңәйттеләр, велоюлдар яһанылар, ә йәйәүлеләргә тар ғына һуҡмаҡ ҡалды. Етмәһә, ҡайһы бер урындарҙа ҡап уртала электр бағаналары һерәйеп ултыра.
Ул икегә бүленгән юлды ла ике яҡ та маҡсатлы файҙаланмай. Йәйәүлеләр ғәҙәтенсә тротуарҙың бар киңлеген айҡап атлай, велосипедсылар йә уларҙың урынын биләй, йә кешеләр араһынан кәкерсәк яһап хәрәкәт итә. Һөҙөмтәлә оло юлда ғына түгел, тротуарҙа ла йәйәүле үҙен хәүефһеҙ тоя алмай. Хатта ике тәгәрмәсле техниканың кешеләрҙе тапатҡан осраҡтары бар.
Юлдарҙы бүлеүен-бүлгәс, вәкәләттәрҙе бүлеү тураһында ла уйланһын ине етәкселек. Велосипедсыларға ла ҡағиҙәләр ныҡлап һеңдерелһен ине. Мәҫәлән, улар оло юл аша транспортынан төшөп, уны етәкләп сығырға тейеш. Улай эшләгәндәр бик һирәк. Елеп килә ятҡан велосипедсы, йәшел утҡа тура килһә, тиҙлеген кәметмәй генә юл сатын выжлап үтеп китә. Икенсе остан боролған йөк машиналары аҫтында ҡалғандары ла бар, сөнки ҙур габаритлы техника боролош яһағанда кабинаның һул осонда ултырған шофер бер аҙға ғына уң яҡты күреүҙән мәхрүм ҡала һәм, әлбиттә, ҡаршылыҡ юҡ тип уйлап, хәрәкәтен дауам итә. Ә шәп килгән велосипедсы үҙен йәшел утҡа үтергә хаҡлы һанап, уның аҫтына инеп китергә мөмкин.
Йәнә бер нәмәгә иғтибар итке килә. Велосипедсыларҙың сәләмәт йәшәү рәүешен таратыуы тураһында. Эйе, улар физик һаулыҡтарын нығыта, башҡаларға өлгө күрһәтә. Ә бына ҡайһы берәүҙәренең рухи сәләмәтлектәре зәғиф көйө ҡала. Мәҫәлән, 22 майҙа Өфөлә “1000 велосипедсы көнө” уҙҙы. Иң аҙаҡтан барыһы ла Салауат Юлаев һәйкәле янындағы Өфө амфитеатрында йыйылды. Һөҙөмтәлә ҡала был байрамдан йөҙәр мең һумлыҡ зыян күрҙе. Сөнки велосипедсылар сәскә түтәлдәрен тапаған, яһалма яҡтыртыу һәм һыу һибеү ҡорамалдарын ватҡан... Ҡайҙа инде бында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау тураһында һүҙ алып барыу!
Ғөмүмән, бындай мәҙәниһеҙлек бер велосипедсыларға ғына хас түгел. Ғәҙәттә, беҙ йәмле йәй еткәнен көтөп алабыҙ. Көтөп алабыҙ ҙа... тирә-яҡты йәмһеҙләй башлайбыҙ. Ҡайҙа ғына тәбиғәткә сыҡма, артыбыҙҙа сүп-сар, бысраҡ ҡала. Урындағы халыҡ, ирекмәндәр ҡулы еткән урында өмә яһап таҙалап киткән була. Ә бер аҙҙан ул ерҙе тағы ҡый баҫа. Ниңәлер бөтәһенең дә йыйып алып китергә йәки яҡындағы сүп-сар һауытына алып барып ташларға хәленән килмәй. Бөтмәҫ ҡуласа ҡар яуып, ул бысраҡлыҡты күмгәнсе дауам итә. Урыҫ халҡының “йыйыштырған ерҙә түгел, ә ҡыйламаған ерҙә таҙа” тигәне ҡасан ғына һәр кемебеҙҙең аңына барып етер инде?..
Ысынында бөтә бәлә ил ҡоролошонда ла, иҡтисад торошонда ла түгел, ә аңыбыҙҙа. Әле Советтар Союзы ваҡытында Балтик буйы республикаларына сәфәргә барған таныштар, унда ашханала артыҡ икмәк һынығы алып, ашап бөтөрмәйенсә тәрилкәңдә ҡалдырһаң, ашнаҡсыларҙың ризыҡты тәләфләмәү хаҡында иҫкәртеүен, урамда газонды тапап тураға уҙһаң йә аяҡ аҫтына төкөрһәң, үтеп барған һәр кемдең ҡаты шелтәләүен һөйләй торғайны. Уйланырға урын бар бит бында.
Йәйге матур көндәрҙә бөтә урында саф һауала күп саралар ойошторола. Тик унда кемдер байрам итеп кенә түгел, ҡыйлап та ҡайта. Изге уйҙан башҡарылған ғәмәлдәр насар тәьҫир ҡалдырмаһын ине...