Балалар балаҫ һуғырға өйрәнә01.06.2016
Архангел районының Орловка ауылындағы мәҙәниәт йорто етәксеһе Фәнисә Сәйфетдинова икенсе ай инде Өфөләге һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн тәғәйенләнгән 6-сы мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһында эшләй. Ул балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәрен туҡыу оҫталығына өйрәтә.


Оҫтабикә етәкселегендә тәрбиәселәр һәм уларҙың ярҙамсылары боронғо кәсеп серҙәрен үҙләштерә, артабан кескәйҙәр менән тәжрибә уртаҡлаша. Башта балаҫ һуғырға өйрәнделәр. Баҡсала дәрестәр өсөн айырым бүлмә бирелгән, Архангел оҫталарынан ике балаҫ һуғыу станогы һатып алынған.
Әйткәндәй, Фәнисә Сәйфетдинова – “Замандарҙы бәйләүсе еп” республика башҡорт балаҫы фестивале лауреаты. 2012 йылда ошо уҡ фестивалдә ул “Ижади эҙләнеү өсөн” призына лайыҡ булған.





Вернуться назад