Ҡағиҙәләрҙе үтәү шарт01.06.2016
Башҡортостанда талпандан зыян күреүселәр артҡандан-арта. Был турала Өфө хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы начальнигы урынбаҫары Галина Пермина хәбәр итте.
Талпан энцефалиты, боррелиоз, эрлихиоз кеүек хәүефле сирҙәр тарата. Республикала был ауырыуҙарҙың тәүге икәүһе ярайһы уҡ йыш осрай.
– Быйыл иһә талпан энцефалиты һәм боррелиозы менән сирләү осраҡтары әлегә теркәлмәгән, – тине Галина Пермина. – Оператив мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, республикалағы медицина ойошмаларына быйыл яҙ 4 меңгә яҡын кеше талпан ҡаҙалыуға бәйле мөрәжәғәт иткән. Улар араһында 1 250 бала ла бар. Былтырғы менән сағыштырғанда зыян күреүселәр 2,5 тапҡырға артҡан.
Талпанға ҡаршы көрәштә вакцинопрофилактика, акарицид ярҙамында эшкәртеү, шәхси һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәү талап ителә, санитария-ағартыу эштәре башҡарыла. Халыҡ күпләп ял иткән урындар, йәйге һауыҡтырыу лагерҙары, мәғариф ойошмалары һәм улар эргәһендәге биләмәләр, ял базалары, зыяраттар һәм баҡсалар төрлө матдәләр менән эшкәртелә. Улар кеше һәм хайуандар өсөн зыянһыҙ.
Талпандың ағыулымы-түгелме икәнлеген Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан филиалдарында тикшертергә мөмкин.