Илдәр иңләй... уҡытыусылар01.06.2016
Шундай осрашыуҙар була: алдан һис тә күҙалланмай, ләкин был мәл оҙаҡ ваҡыт онотолмай йөрөй, сөнки ғүмер буйы йыйып килгән тәжрибәңә икенсе төрлө ҡарарға мәжбүр итә, алдағы тормошоң өсөн фәһем була.
Улар менән автобуста ун минут самаһы ғына бергә килгәнмендер, хәйер, уныһына ла ете-һигеҙ йыллап уҙҙы, тик был һөйләшеү һис тә иҫтән сыҡмай. Тәүҙә мин был ике йәш ҡатындың йөҙөнә ҡарап, үзбәк йә тажиктарҙыр тип уйлағайным, ләкин кейемдәре һәм уларҙың әңгәмәләшеү рәүеше был фекерҙән кире ҡайтырға мәжбүр итте.
– “Өфө” универмагына алыҫмы әле? – Ахырҙа улар үҙҙәре миңә өндәште. Урыҫса акцент ныҡ ҡына һиҙелә ине. Тимәк, Урта Азия сауҙагәрҙәре йәки Ҡытай студенттары.
– Күмәртәләп һатылырлыҡ сепрәк-сапраҡты баҙарҙа алыу отошлораҡ, был универмагта бар нәмә лә ҡиммәт, – тинем, үҙемсә белдекле ҡиәфәт күрһәтергә тырышып, ә үҙем ҡулдарына күҙ һалам: алдарында бәләкәй генә сумкаларынан башҡа бер ни ҙә юҡ. Хәйер, берәүһенең видеокамераһы ла бар ине.
Улар ҙа миңә сәйерһенеп ҡараны:
– Беҙ сувенир өлгөләре алырға теләйбеҙ. Тәүге сиратта – ошо төбәккә хас милли сувенирҙар.
Баҡһаң, улар Көньяҡ Корея уҡытыусылары икән! Университет тамамлап, мәктәптә һүрәт төшөрөү буйынса дәрестәр бирә башлағандар. Тик, аңлатыуҙарынса, был илдәге мәғариф системаһында талап шундай: уҡытыу методикаһына теориянан тыш ғәмәли күнекмәләр һәм йолалар ҙа индерелә. Етмәһә, һәр уҡытыусы үҙенекен индерергә бурыслы. Барыһын да бер ярымутрауҙа тығыҙ булып йәшәгән кореялар көнкүрешенән алып булмағас, тирә-яҡ илдәргә һәм милләттәргә лә йыш мөрәжәғәт итәләр. Һүрәт төшөрөргә өйрәтеүсе мөғәллимдәргә ҡарата ла талап үҙенсә: улар башҡа илдәрҙең сәнғәтен өйрәнергә бурыслы. Әлеге ҡыҙҙар ҙа, үҙ һөнәрендә камиллашырға теләп, Рәсәй буйлап сәфәргә сығып киткән. Тәүҙә Красноярскиҙа Себер урыҫтарының һүрәт һәм һынлы сәнғәте менән танышҡандар, артабан Таулы Алтайҙа булғандар, Өфөнән һуң Мәскәү яғындағы “Алтын ҡулса” ҡурсаулығына табан йүнәлмәкселәр икән...
Минең ауыҙ асып ғәжәпкә ҡалыуымды улар үҙҙәренсә аңланы:
– Юҡ, беҙ баш һуҡҡан яҡҡа сығып китмәйбеҙ. Һеҙҙең илгә аяҡ баҫыр алдынан урыҫ теле уҡытыусыларын ялланыҡ, телде генә түгел, Рәсәйҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм кәрәк буласаҡ ҡануни ҡағиҙәләрен дә өйрәнергә тырыштыҡ...
– Юҡ... ғәфү итегеҙ... быларҙың барыһы ла түләүлелер бит? Хәйер, Корея уҡытыусыларының эш хаҡы быға мөмкинлек бирәлер?
– Беҙ әле уҡытыусы һөнәрендә өйрәнсек осорон ғына үтәбеҙ, шуға айына 2 мең доллар ғына түләйҙәр (долларҙың ул саҡтағы курсы менән 75-80 мең һум. – Р.К.), ләкин сәйәхәт, уның барышында төрлө сувенир йә әсбаптар алыу кеүек сығымдарға дәүләт айырым түләй, сөнки көслө дәүләт булып үҫешеү өсөн милләткә төплө белем биреү талап ителә, ә был мәктәптең башланғыс кластарынан уҡ башлана...
Автобус ни туҡталышҡа килеп тә етте, турист ҡыҙҙар төшөп ҡалды. Корея уҡытыусыларының тормошо тураһында белеү форсатынан файҙаланып ҡалырға, гәзиткә ҡыҙыҡлы мәҡәлә әҙерләү маҡсатында уларға эйәреп барырға ла теләгәйнем, уңайһыҙландым. Йә, үҙебеҙҙең кимәлдән сығып, тағы эш хаҡынан һүҙ башлармын, улай ҙа килешмәй. Миңә үҙебеҙҙең уҡытыусылар йәл ине. Һүрәт төшөрөү һәм һыҙма буйынса мөғәллимдәрҙән ғәфү үтенәм, ләкин был дәрестәр беҙҙә бер ҡасан да төп предметтар булып иҫәпләнмәне. Әммә математик, телсе, физик һәм химик булған педагогтарҙың да дәүләт иҫәбенә Кореялағы хеҙмәттәштәре кеүек сәйәхәттә йөрөй алғаны юҡ әле. Ғәжәп бит, бер ярымутрауҙы биләп торған бәләкәй генә ил, нефте лә, газы ла юҡ... Ләкин “Азия аждаһаһы” тигән исемде юҡҡа ғына алмағандыр. Тимәк, бындай баһаға лайыҡ булыр өсөн бүтән юлдар кәрәк...