Пар ерҙәре лә утала01.06.2016
Пар ерҙәре лә утала Сәсеү агрегаттары үтеп кенә өлгөрҙө, баҫыуҙар өҫтөнә йәшел хәтфә юрған ябыла башланы тиерһең. Күңел шатлана, тимәк, киләсәк уңышҡа нигеҙ һалынған. Бер аҙ тынысланһаң да яраған һымаҡ. Тик был ысынлап та “һымаҡ” ҡына. Иген, башҡа культуралар шытымдары менән бергә сүп үләненеке лә баш ҡалҡыта. Шуға ла бөгөн химик утауҙың нәҡ ҡыҙған мәле — ҡый нығынғансы юҡ итергә кәрәк.


Беҙ булған баҫыуҙа иһә пар ерҙәренә химикат һибелә ине. Фирдус Ғәлимовтың тимер ҡошо, “ҡанаттар”ын киң йәйеп, баҫыу өҫтөндә “кәйелә”. Артынса томан хасил була ла шунда уҡ ер өҫтөнә йәйелә.
— Бында ужым бойҙайы сәселәсәк. Ер һөрөлмәгәс, дым һаҡлана. Яҙғы химик эшкәртеүҙе үткәргәс, һуңыраҡ тағы һипте­рәбеҙ ҙә, ваҡыты еткәс, сәсәбеҙ, — ти хужалыҡтың баш агрономы Радик Асҡаров. — Пар ерҙәренә тиреҫ тә сығарыла...
Салауат исемендәге агрофирмала иген культуралары күптән “ноль” технологияһы буйынса сәселә, йәғни ер һөрөлмәй. Бар эште махсус сәсеү агрегаты комп­лекслы башҡара. Әйткәндәй, техника яғына килгәндә, бөтәһе лә бар. Үҙҙәренең 5 мең 800 гектарға яҡын майҙандағы һөрөнтө ерҙәре иген, көнбағыш, кукуруз сәсергә лә, картуф ултыртырға ла етә. Картуфҡа быйыл 250 гектар бирелгән. Бынан тыш, кәбеҫтә, аш сөгөлдөрө үҫтереләсәк. Кукуруз силосҡа һалыр өсөн генә түгел, орлоғон фуражға алырға ла сәселгән. Күп йыллыҡ үләндәр етерлек майҙанды биләй.
Дөйөм хужалыҡтың аяғында ныҡлы баҫып тороуы ике йөҙгә яҡын кешене даими эш урыны менән тәьмин итә, биш ауылда йәшәүсе пенсия йәшендәгеләрҙең шәхси ярҙамсы хужалығын алып барырға ла ҙур терәк. Агрофирма халыҡтың пай ерҙәрендә эш алып бара. Шуға һәр пайсыға 2-4 центнер ашлыҡ бушлай бирелә. Өҫтәп, пенсионерҙарға алтышар центнер иген үҙҡиммәтенән дә түбән хаҡҡа һатыла. Һалам да етерлек таратыла. Хужалыҡ яр­ҙамында ауылдарҙа төҙөклән­де­реү буйынса ҙур эштәр башҡа­рыла. Социаль өлкә лә ситтә ҡалмай.
Тағы шуныһын да әйтеү мөһим: хужалыҡты районда иң йәш етәксе әйҙәй. Наил Баһауетдинов эҙләнеүсән, заман менән бергә атлау өсөн барын да эшләргә тырыша. Күп һөйләмәһә лә, ир-егетте башҡарған эше күрһәтә.
Баҫыу өҫтәре йәшел тулҡын йүгертә. Ләкин сәсеүҙе тамам­лаған, ҡыҙыу мәлдә һыр бирмәгән механизаторҙар Рәфис Сабитов, Раил Мусаҡаев, Ғәзинур Мөхәр­рәмов, Сергей Трифонов, Рәшит Сәйетовтарға тынғы юҡ — ауыл хужалығы йыл әйләнәһенә тир түгеүҙе талап итә.





Вернуться назад