Уралдан Ҡырымғаса — яхтала01.06.2016
“Уралдан Ҡырымға тиклем елкәндәрҙе тулыһынса киреп” тигән экспедиция Силәбенән Өфөгә килеп етте. Уның составында — “Морячок” яхтаһы экипажы: капитан, шкипер, Рус география йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы Константин Костомаров, рулевойҙар Дмитрий Каравашкин, Константин Соболев, матрос Анатолий Быстров. Яхтаны, трейлерға тейәп, М-5 трассаһы буйлап Өфөгә, Ағиҙел йылғаһы акваторийына төшә торған ергә килтерҙеләр. Экспедицияға Силәбенән сыҡҡандар.
Һыу юлы бөгөн иртәнге сәғәт 10-да баш ҡалабыҙҙағы Дуҫлыҡ монументынан дауам итә. Маршруты: Силәбе — Өфө — Ульяновск — Һамар — Һарытау — Волгоград — Ростов — Таганрог — Ейск — Керчь — Феодосия — Судак — Ялта — Севастополь. Юлдың оҙонлоғо 4 мең километр самаһы тәшкил итә, шуның 3500-өн яхта Ағиҙел, Кама, Волга, Дон йылғалары, Азов һәм Ҡара диңгеҙҙәр буйлап үтәсәк. Экспедиция ағзалары ошо рәүешле туристик маршрут төҙөргә, ярҙарҙың экологик торошон күҙәтергә, үҙенсәлекле утрау комплекстарын асыҡларға ниәтләй. Киләсәктә ҡайһы бер төбәктәрҙең ҡурсаулыҡтар, тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбен тулыландырыуы ла ихтимал. Маршрут 31 июлдә Севастополдә тамамлана.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.