Ихтыяж булғас, үҫеш тә бар01.06.2016
Ихтыяж булғас, үҫеш тә бар Ҡыш көндәрендә лә магазин кәштәләрендә ҡыяр-помидор күреп ғәҙәтләндек. Уларһыҙ хәҙер бер ниндәй табын әҙерләнмәй тиерлек. “Һабантуй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең теплица хужалығында етештерелгән йәшелсәгә лә урында ихтыяж ҙур, сөнки халыҡ сифатҡа бик иғтибарлы.

Предприятие әҙер продукцияны район үҙәгенең күп кенә магазиндарына, шулай уҡ күрше ауылдарға һатыуға сығара. Дүртөйлө районында, Нефтекама ҡалаһында йәшәүселәр ҙә “Һабантуй”ҙың йәшелсә­һенән ауыҙ итеп өлгөргән.
– Заманса теплицала ҡыярҙың иртә уңыш биреүсе “меваF1” һәм “яниF1” сорттарын үҫтерәбеҙ. Элиталы орлоҡтарҙы Голландияның Мәскәүҙәге вәкиллегенән алабыҙ, – тип һөйләй баш агроном Илмир Ғиләжев. – Хеҙмәткәрҙәребеҙ йыл дауамында тырышып эшләй, сөнки йәш балаға ниндәй тәрбиә кәрәкһә, йәшелсә лә шундай уҡ хәстәрлек талап итә.
Ҡыяр-помидорҙан тыш, борос, төрлө гөл-сәскә үҫентеләрен дә тәҡдим итәләр республика баҙарына. Күмәртәләп алыусылар менән килешеү төҙөлгән, шуға ла продукция түтәлдән ҡулланыусыларға тиҙ арала барып етә.
Комплекста әле Ҡуян, Редькино, Бура ауылдарынан бөтәһе 13 кеше мәшғүл. Эш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: һигеҙ мең квадрат метрлыҡ теплица газ менән йылытыла, бөтә нәмә тиерлек автоматлаштырылған, һәр ерҙә заманса ҡорамалдар файҙаланыла, ҡул көсө бик һирәк осраҡта талап ителә. Үҙҙәренә айырым һыу скважинаһы ҡаҙғандар, йылы һыу менән тәьмин ителеш тә һәйбәт ойошторолған.
– Бына икенсе йыл инде халыҡты сифатлы һәм арзан продукция менән ҡыуандырабыҙ. Етештергәнебеҙ башҡаларҙыҡынан һис кәм түгел, хатта беҙҙекен нығыраҡ маҡтайҙар һымаҡ, – ти баш агроном.
Теплица хеҙмәткәрҙәренең эшкә дәрте ташып тора, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, төрлө социаль яҡлау саралары ла ҡаралған.


Вернуться назад