Ҡояш ҡунды күңел күгенә01.06.2016
Ҡояш ҡунды күңел күгенә Йәй – ул рәссам.
Ер өҫтөнә
Мең биҙәктәр яһар саҡ.
Йәй – моңло йыр.
Ҡоштар ярһып,
Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ.

Йәй – ул сәскә.
Ялан-ҡырҙың
Йәйғор төҫөн һайлар саҡ.
Сәскә һутынан йыйылған
Балы менән һыйлар саҡ.

Йәй – ул ҡояш.
Йылы нурға
Һәр ҡыяҡ үрелер саҡ.
Еләк-емеш ҡыҙарышып
Бешер ҙә өҙөлөр саҡ.

Йәй – йылға-күлдәр ярында
Ҡырсынташтар ҡайнар саҡ.
Һыуҙа сума-сума йөҙөп,
Балыҡ булып уйнар саҡ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Иртә менән Ҡояш апай шат йылмайып ебәрҙе. Баҡсаларҙа, парктарҙа үләндәр, сәскәләр “биҙәнә”, ҡоштар яңы йыр өйрәнә... Тәбиғәттең сабыйҙарҙы йәйҙең тәүге байрамы – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө – менән ҡотларға әҙерләнгән мәле.
Күптәнге йоланы дауам итеп, 1 июнь алдынан “Башҡортостан” гәзите һәм “Ватандаш” журналы редакциялары хеҙмәткәрҙәренең балаларын йыйып тәбрикләнек. Улар, иртә менән ҡояш эйәртеп килеп, тотош көнөбөҙҙө сағыу байрамға әйләндерҙе. Сәскәле паркта күмәкләп фотоға төшөү, һәр ваҡыттағыса, саф хис-тойғоларға бай, онотолмаҫ байрамға әүерелде. Гүйә, бергәләп мажаралы бала саҡ иленә ҡайтып ураныҡ. Яңы эш көнөбөҙҙөң, башланып торған гүзәл миҙгелдең күгенә ҡояш ҡунды, күңелдәрҙә дәрт-дарман артты.



Вернуться назад