Еребеҙ баҡса кеүекме?01.06.2016
Ерҙә иң кәрәклеһе – һыу. Унһыҙ тереклек йәшәй алмай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләрҙең тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәте һәйбәт түгел. Урман ҡырҡыла, йылға-күл бысрана, һайыға, йәнлек-ҡош аулана. Ошолай кешеләр үҙенә насарлыҡ эшләй.
“Элек еребеҙ сәскә атҡан баҡса кеүек ине, – тип хәтерләй өлкәндәр. – Завод мөрйәләренән сыҡҡан ҡором бауға киптерергә элгән керҙе генә түгел, бөтөн ерҙе бысрата. Киләсәк быуынға ни ҡалыр?”
Планета экологик ярҙамға мохтаж. “Ҡыҙыл китап” бит бушҡа сығарылмаған. Был төҫ сигнал кеүек. “Туҡтағыҙ!” тигәнде белдерә ул. Тәбиғәттең таҙалығы – кеше күңеленең матурлығы.

Камила ДӘҮЛӘТБАЕВА,
4-се мәктәп уҡыусыһы.



Вернуться назад