Әйҙә, уйна, күбәләк!01.06.2016
Йәшел хәтфә болонда
Оса төрлө күбәләк.
Бер-береһен уҙышып,
Уйнай улар бергәләп.
Һары, ҡыҙыл, аҡ ҡына
Күлдәктәренең төҫө.
Шул матурлыҡҡа ҡушылған
Сәскәләрҙең хуш еҫе.
Ошо гүзәллеккә ҡарап,
Һоҡланып торҙом әле.
Бик аҙ ғына була шул
Йәйҙең һоҡланғыс мәле.
Илзидә ДАУЫТОВА.
Күгәрсен районы
Йомағужа ауылы.
Туған телемдә һөйләшәм
Мин башҡортмон. Саф башҡортса
Һөйләшәмен атай менән.
Әсәйем дә наҙлап һөйә,
Йырҙар йырлап туған телдә.
Күк йөҙөндә – сағыу ҡояш,
Ә төндәрен – ай-йондоҙҙар,
Зәңгәр күҙле сәскәләр ҙә,
Һаҡҡа баҫҡан ҡарағайҙар,
Толпарымды урап аҡҡан
Таҙа һыулы Еҙем йылға,
Тарихҡа бай мәғрур тауҙар
Минең менән һәр ваҡытта
Һөйләшәләр тик башҡортса.
Ғорурмын мин: үҙ телемдә
Мәктәбемдә алам белем.
Аңлап үҫәм: бер телдән дә
Кәм түгел ул туған телем.
Флорид ФӘТҠОТДИНОВ.
Ғафури районы
Толпар ауылы.
Болот ҡапламаһын күгеңде
Гөлдәр араһына күмелгәнһең,
Уратып алған урман-болондар,
Зәңгәр толом булып һуҙылып
Кама аға һинең ҡырыңдан.
Киң күңелле ихлас кешеләрең
Өҫтәй һиңә көс һәм дәрт тағы.
Яратам мин һинең үткәнеңде,
Бөгөнгөңдө. Күрәм алдағын.
Һәр бер көнөң һинең яҡты килһен,
Болот ҡапламаһын күгеңде.
Гөрлә, йырла, гүзәл Нефтекамам,
Яратырбыҙ һәр саҡ үҙеңде!
Альбина ШӘЙНУРОВА,
6-сы мәктәп уҡыусыһы.
Нефтекама ҡалаһы