Ваҡыт аҙ ҡалды31.05.2016
Һуңғы ваҡытта көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм ҡулланыу йәһәтенән хәл киҫкенләште. Халыҡтың ҡулланыу әүҙемлеге, сауҙа нөктәләре, автотранспорт артҡан һайын, сүп-сар ҙа күбәйә. Был шарттарҙа санитар таҙартыуҙы ойоштороу көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү төп сара булып тора.
”Росприроднадзор” идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 1 июлгә шәхси хужалыҡтар, предприятиелар I – IV класлы хәүефкә ҡараған көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, һаҡлау һәм утилләштереү буйынса лицензия алып өлгөрөргә тейеш. Ошо көндән башлап рөхсәтһеҙ эш иткән өсөн административ язаға тарттырыу ҡарала.
Лицензиялы эшмәкәрлек төрөнә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу (төрлө ойошмаларҙан ҡабул итеү), эшкәртеү (төрҙәргә бүлеү, таҙартыу), күсереү (ойошмаларҙан алыҫыраҡ урынға ташыу), утилләштереү (ҡулланыу, ҡайтанан эшкәртеү), зарарһыҙландырыу (яндырыу), I–IV класлы хәүефкә ҡараған көнкүреш ҡалдыҡтарын урынлаштырыу (11 айҙан ашыу һаҡлау, күмеү, изоляциялау) инә.
Әлегә тиклем алынған лицензияның ғәмәлдә булыуын 2019 йылға тиклем оҙайтырға кәрәк. Әйткәндәй, уны биреү ваҡыты, “Росприроднадзор” ҡарарына ярашлы, 45 көндән 30 көнгә тиклем ҡыҫҡартылды. Идаралыҡ етәксеһе Юрий Дудников билдәләүенсә, әле республикала лицензия алырға тейешле 450 ойошма бар, шуларҙың 165-е мөрәжәғәт иткән, 79-ы лицензия алған, 55-енең ғаризаһы тикшерелә, 31-енең ғаризаһы кире ҡайтарылған.
Әйтергә кәрәк, көнкүреш ҡалдыҡтары – республикабыҙҙа ғына түгел, донъя күләмендә борсолоу тыуҙырған мәсьәлә. Тирә-яғыбыҙҙың таҙалығы, халыҡтың һаулығы күп йәһәттән ошоға бәйле булыуы хаҡында оноторға ярамай.