Юлдағы хәүефһеҙлек беҙгә бәйле31.05.2016
Көнитмешебеҙҙә транспорт ишәйгән осорҙа хәүефһеҙлек, именлек сараларының һөҙөмтәлелеген көсәйтеү, йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын, бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү юл хәрәкәтен көйләүсе органдарҙың төп бурысына әүерелә. Айырыуса балаларҙың оҙайлы ялы алдынан был хаҡта йәнә бер иҫкәртеү яҙыҡ булмаҫ, сөнки ошо көндәрҙә генә бәләкәстәр ҡатнашлығында бер нисә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Һәләк булыусылар ҙа бар.

Юл фажиғәләрендә балаларҙың ғүмере өҙөлөүе бигерәк тә аяныслы. Бындай бәхетһеҙлектәр уларҙың ябай ғына юл хәрәкәте һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүенән, йәғни уларҙы тормошта файҙалана белмәүенән, был мәсьәләгә еңел-елпе ҡарауынан килә.
Балаларға бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан йыл һайын уҡыусыларҙың каникулдары алдынан “Юл ҡағиҙәләренең каникулы юҡ!”, “Иғтибар, балалар!” махсуслаштырылған иҫкәртеү саралары, “Светофор” агитбригадалар конкурсы, “Балалыҡтың хәүефһеҙ юлдары” КВН-конкурсы үткәрелә. Ә быйыл 37-се тапҡыр ойоштороп, күркәм йолаға әүерелгән “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” юл хәрәкәте йәш инспекторҙары отрядтарының республика конкурс-слеты республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалаларынан балаларҙы тағы ла бергә тупланы.
Сараны асыу тантанаһында йәш инспекторҙарҙы ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов тәбрикләп, үҙенең теләктәрен еткерҙе.
– “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсының маҡсаты балаларҙы юл хәрә­кәте ҡағиҙәләрен яҡшы белергә һәм теүәл үтәргә генә өндәү, уларҙың йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү генә түгел. Был конкурста ҡатнашыусылар киләсәктә, бәлки, бик яҡшы инспекторҙар булып китер. Әле йыл башынан ике баланы юғалттыҡ, балалар ҡатнашлығында 99 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа 102 кеше зыян күргән. Юл ҡағиҙәләрен белеүегеҙ үҙегеҙгә генә файҙалы булмаһын, ата-әсәләрегеҙҙе, ҡусты-һеңлеләрегеҙҙе лә шуға өйрәтегеҙ, – тине ул.
Программа төрлө ярыштарҙан торҙо. Шәхси беренселектә “Юл хәрә­кәте ҡағиҙәләрен яҡшы белеүселәр”, “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” станцияларында балалар үҙҙәренең белемдәрен һынаны, велосипедта ярышыуҙа һәр кем үҙенең оҫталығын күрһәтте. Һуңынан командалар юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеү буйынса теоретик йәһәттән көс һынашты.
Сараға йыйылған 260 баланың хәтерендә был конкурс оҙаҡҡа иҫтә ҡалһын өсөн төрлө экскурсиялар ҙа ойошторолдо. Уҡыусылар кинотеатрҙа ла, баш ҡаланың барлыҡ парктарында ла булды, ошо көндәрҙә Салауат Юлаев майҙанында үткән барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашты.
Еңеүсе дипломын Стәрлетамаҡ командаһы яуланы. Бынан тыш, Нефтекама, Салауат, Октябрьский ҡалалары, Мишкә, Саҡмағош районы командаларының әҙерлеге юғары баһаланды. Еңеүселәр иһә тиҙҙән Владивосток ҡалаһында үтәсәк Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашасаҡ.








Вернуться назад