Иҫәп алыусылар һанарға өйрәнде31.05.2016
”Красноусол” шифаханаһында ауыл хужалығы иҫәбен алыусылар өсөн уҡыу ойошторолдо.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июлдән 15 июлгә тиклем Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы үтәсәк. Республикала күләмле сарала барлығы ике мең кеше эшләйәсәк. Әле улар иҫәп алыу үҙенсәлектәре, нескәлектәре менән таныша.
Әйткәндәй, иҫәпкә алынасаҡ объекттар күләме буйынса Башҡортостан өсөнсө урынды биләй. Шуға ла республикала тупланған мәғлүмәттәр тотош илдең ауыл хужалығы тармағында стратегик йүнәлеш алыуға йоғонто яһай тип күҙаллана. Иҫәп алыу һәр хужаның һүҙҙәренән яҙып алына һәм планшет-компьютерға индерелә. Мәғлүмәттәр статистика ойошмаһынан тыш башҡа берәүгә лә күрһәтелмәй. Шуға ла был кампаниянан ҡурҡыу, мал һанын йәшереү урынһыҙ, ти белгестәр.